Рауил

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Рауил (рус. Равилово) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 494 кеше[1]. Почта индексы — 453626, ОКАТО коды — 80201831004.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...


Remove ads

Халыҡ һаны

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь49423426047,452,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишҡол): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 65 км

Урамдары

  • Айҙар Мөхтәруллин(урамы)  (рус.  Айдара Мухтаруллина (улица))
  • Әхмәт Зәки Вәлиди(урамы)  (рус.  Ахмет Заки Валиди (улица))
  • Киров(урамы)  (рус.  Кирова (улица))
  • Ҡултыҡһаҙ(урамы)  (рус.  Култыксаз (улица))
  • Ҡыҙыл буйы(урамы)  (рус.  Кызыл Буйы (улица))
  • Йәштәр(урамы)  (рус.  Молодежная (улица))
  • Салауат Юлаев(урамы)  (рус.  Салавата Юлаев (улица))
  • Таһир Кусимов(урамы)  (рус.  Тагира Кусимова (улица))
  • Үҙәк(урам)  (рус.  Центральная (улица))[5]

Тарихы

Рауил ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ул тирә-яҡтан тауҙар менән уратып алынған. Төньяҡтан — Бейәғаҙа, көньяҡтан — Бәләғаҙа, көнсығыштан — Торпай, көнбайыштан — Ирәндек алды тау теҙмәләре, көньяҡ-көнсығыштан Айранды тауы урынлашҡан.

Ауылдың барлыҡҡа килеүенә 250—260 йыл самаһы. Ауыл халҡы тәүҙә Еруба йәки Убалы ер тигән урында төйәк иткән. Хәҙерге ауылдан Оло Ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡҡас, көнбайышта, тау теҙмәләренең береһендә Ялпаһаҙ, Бейәгән, Һәбекәй исемле үҙәктәр йәйрәп ята. Шуларҙың Бейәгән (Бейә бәйләгән) үҙәгенең һул яғында, ауыл ҡарттары һөйләп ҡалдырыуынса, Еруба ауылы шул ерҙә урынлашҡан булған. Әле лә нигеҙ таштары бар. Бер нисә саҡрымға һуҙылған Бейәгән үҙәгенең уртаһынан йылға аға. Мал көтөү өсөн, бигерәк тә тибенгә йөрөгән аттарға уңайлы үләнле ере һәм һөжүм иткән дошмандан йәшеренер урындарҙың булыуы ҡыҙыҡһындырған инде ауыл халҡын.[6]

1736—1740 йылдарҙа ауыл халҡы Ҡараһаҡал яуында ҡатнашҡан өсөн Еруба ауылы яндырыла һәм, халыҡ икенсе ауылға күсенә. Ғалим Ә. Әсфәндиәровтың мәғлүмәттәре буйынса, был ауыл Ташъяр тип аталған була. Ул ауылдың ҡайһы тирәлә булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Шулай ҙа ололарҙың һөйләүенсә, ауыл Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул яғында, Рауил ауылының хәҙерге урынынан бер-ике саҡрым көнбайыштараҡ, Бейәғаҙа тауы эргәһендә ҡая таштар тапҡырында булған, тиҙәр.

Ауылға 18 быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы Рауил Мостафин исеме менән аталған. Шулай уҡ Йәрәбә, Ташъяр исемдәре менән билдәле булған[7].

Remove ads

Билдәле шәхестәре


Видеояҙмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads