Раштыуа Утрауы (Австралия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Раштыуа утрауы (ингл. Christmas Island) — Һинд океанында иң эр утрауҙарҙың береһе, #REDIRECT Австралияның тышҡы биләмәһе. 2019 йылдың мартынан Инфраструктура, төбәк үҫеше һәм ҡалалар министрлығы ҡарамағында булған Австралияның үҙенән-үҙе идара ителмәгән тышҡы территорияһы булып тора.
Баш ҡалаһы — Сеттльмент (Флайинг-Фиш-Коув). Халҡы — 1 843 кеше (2016)[1].
Интернет-домен — cx.
Утрауҙың 1986 йылдан рәсми булмаған үҙ флагы бар, 2002 йылдан рәсми флаг булып ҡабул ителгән.
Remove ads
Географияһы

Утрау Перттан төньяҡ-көнбайышҡа 2360 саҡрым һәм Джакартанан көньяҡҡа табан 500 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Янартау сығышлы утрау. Иң юғары нөктә — диңгеҙ кимәленән 361 метр. Утрауҙың климаты тропик. Яуым-төшөмдөң күләме ярайһы уҡ юғары — йылына 2000 мм тирәһе. Утрауҙа бер нисә йылға бар, шулай итеп, халыҡ эсәр һыу менән тәьмин ителгән. Утрауҙың майҙаны — 135 км²[2].
Утрауҙың юҡҡа сыҡҡан эндемиктары араһында ҡан һурыусы талпандар ҙа булыуы ихтимал. Улар юғалған төр сифатында ҡарала, сөнки уның хужаһы, урындағы йомшаҡ ҡомаҡ төрҙәре Rattus macleari башҡаса табылманы. Һуңғы тапҡыр Rattus macleari ҡомағының бынан 100 йыл элек табылғаны билдәле (1903 йылда)[3].
Remove ads
Тарихы
Үҙенең атамаһы менән утрау 1643 йылда Раштыуа көнөндә асылыу менән бәйле. Британия диңгеҙ йөҙөүсеһе Уильям Дампир 1688 йылда утрауға ултырған һәм уны тасуирлаған тәүге европалы булған. 1888 йылда утрауҙа кальций пирофосфаты ятҡылығы табыла, унан һуң Бөйөк Британия тарафынан анексациялана һәм утрауҙы колонияға әйләндереүгә тотона[4]. 1900 йылда утрау Сингапур инглиз колонияһы составына инә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында утрауҙы Япония баҫып ала[5].
1958 йылда Австралияға тапшырыла. Утрауға Австралия хөкүмәтенең рәсми вәкиле идара итә.
2010 йылдың 15 декабрендә 90-ға яҡын мигрантты ташыған судно, башлыса Ираҡтан һәм Ирандан, Раштыуа утрауы ярҙарында бата. Борттағы 48 кеше һәләк була; 42 иҫән ҡала[6][7][8][9].
Remove ads
Сәйәсәт
Утрауҙа йәшәүселәр федераль һайлауҙарҙа төньяҡ биләмә менән бергә (сенатҡа - Төньяҡ биләмә округы, Вәкилдәр палатаһына - Төньяҡ биләмәнең бер өлөшө менән бергә) тауыш бирә, мәғариф идаралығы Көнбайыш Австралия штаты ҡулында. Шулай уҡ хеҙмәттәрҙең бер өлөшө Көнбайыш Австралия идаралығында. Утрауҙа йәшәүселәр үҙҙәренең төбәк советын һайлай. Федераль властан администратор ҡатнаша. Утрауҙың эштәр ҡануниәтен шулай уҡ федераль парламент башҡара.
Халҡы
2016[1] | |
---|---|
Халыҡ һаны | 1 843 |
шул иҫәптән ир-аттар | 1 130 |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 712 |
Аборигендар | 9 |
0-14 йәш | 16,93 |
15-64 | 73,36 |
65+ | 9,71 |
Медиана йәше | 38 |
Ғаиләләр | 305 |
Балаларҙың уртаса һаны
балалы ғаиләләргә |
1,9 |
Балаларҙың уртаса һаны
бөтә ғаиләләргә |
0,9 |
Раштыуа утрауында иң таралған ата-бабалары — ҡытайҙар 21,2%, австралийҙар — 12,7%, малайҙар — 12,0%, инглиздәр — 10,9% һәм ирландтар - 2,3%.[1]. Раштыуа утрауында 38,5 процент кеше Австралияла тыуған. Күбеһенең тыуған илдәре Малайзия — 20,1%, Яңы Зеландия — 3,0%, Англия — 2,5%, Сингапур — 2,4% һәм Иран — 1,7%.[1].
Дини яҡтан мосолмандар күпселекте тәшкил итә — 19,4%, (малайҙар һәм ҡайһы бер ҡытайҙар), буддистар — 18,1%, христиандар — 8,9 (католиктар), атеистар — 15,2%, билдәләмәнеләр — 27,9%.
Утрауҙа урта мәктәп эшләй, унда 12 йәшкә тиклемге 300-ләгән бала белем ала.
Федераль һайлауҙарҙа Төньяҡ территорияның Дингири һайлау округы буйынса тауыш бирәләр, әммә хеҙмәттәрҙең байтаҡ өлөшө Көнбайыш Австралияға буйһона.
Remove ads
Рөхсәтһеҙ эшләгән иммигранттар проблемаһы
Индонезияға яҡын булыу сәбәпле, утрау оҙаҡ ваҡыт Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан легаль булмаған иммигранттарҙың, йәғни «кәмәләргә ултырған кешеләр»ҙең йәки «кәмәселәрҙең» (boat people) көтөлгән маҡсаты булған. Австралия премьер-министры Джон Ховардтың Pacific Solution кеүек билдәле доктринаһынан һуң кәмәселәр ағымы һиҙелерлек кәмей.
Иҡтисады
1895 йылдан алып фосфаттар табыу һәм экспортҡа сығарыу башлана, уларҙың индустрияһы менән даими халыҡтың барлыҡҡа килеүе бәйле. Ятҡылыҡ ярлыланғандан һуң фосфат сығарыу 1987 йылда туҡтатыла һәм утрау экологик туризм үҙәгенә әйләнә. Территорияның 63 процентын милли парк биләй.
2001 йылда Австралия хөкүмәте Росавиакосмос менән Раштыуа утрауында космодром төҙөү тураһында килешеү төҙөй. Был проект өсөн ракета йөрөтөүсе Аврора проекты әҙерләнә, ә 2003 йылда старт комплексы проектын әҙерләү тураһында иғлан ителә. Космодром проекты финанслау етмәү сәбәпле тормошҡа ашырылмай[10].
Remove ads
Почта һәм транспорт
Australia Post Австралия дәүләт корпорацияһы утрауҙа 1993 йылдан алып почта операторы булып тора. Ул сығарған почта маркалары, Австрия маркалары кеүек үк, Раштыуа утрауында ла ҡулланыла ала.
18 километр оҙонлоғондағы тимер юл төньяҡ Флайинг-Фиш-Ковты утрауҙың көньяҡ осонда урынлашҡан Саут-Пойнт ҡалаһы менән тоташтыра. Юлдың колеяһы — 1435 миллиметр, ул 1914 йылда төҙөлә.
Флайинг-Фиш-Ков утрауында берҙән-бер граждандар аэропорты урынлашҡан.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads