Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы

йырсы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1 апрель 1972  йыл) — йырсы. 1993 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Римма Зәйнетдин ҡыҙы Амангилдина 1972 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1]Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.

1993 йылдаӨфө сәнғәт училищеһын (Ф. Ф. Сәғитова класы), 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1993 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм шунда дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә эшләй.

Remove ads

Вокал партиялары

Башҡорт халыҡ йырҙары «Зәлифәкәй», «Сәлимәкәй», «Һырдарья», «Түңәрәккәй күл», «Уйнат гармундарыңды»; Хөсйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов, Роза Сәхәүетдинова, Артур Туҡтағолов һәм башҡа авторҙарҙың йырҙарын һәм романстарын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads