Робин Уильямс
америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик (1951–2014) From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Робин Маклорин Уильямс (ингл. Robin McLaurin Williams; 21 июль 1951 йыл, Чикаго, Иллинойс, АҠШ — 11 август 2014 йыл, Тибурон, Калифорния, АҠШ) — америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик. "Морк һәм Минди" комик сериалындағы роле арҡаһында популярлыҡ яулаған.
Уильямс экранда көслө һәм аяныслы ваҡиғалар менән һуғарылған ролдәрҙе сағылдыра[1][2].
Уның кино карьераһы бик күп билдәле режиссёрҙар эштәрен үҙ эсенә ала, мәҫәлән, «Попай» (1980), «Джуманджи» (1995), «Август Раш» (2007) һәм башҡалар[3].
«Аладдин» (1992) мультфильмында Ен персонажы уның тауышы менән яҙылған.
Үҙенең актёрлыҡ карьераһы осоронда Уильямс яҡынса 100 кинокартинала төшкән[4][5][6].
Ул «Комедия Эйнштейны » тип йөрөтөлә[7].
Иң яҡшы ир-ат роле өсөн өс тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ булған. Уильямс «Умница Уилл Хантинг» фильмының икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн маҡтаулы статуэткаға лайыҡ була (1997). Ике тапҡыр «Эмми», алты тапҡыр «Алтын глобус», ике тапҡыр «Киноактёрҙар гильдияһы» премиялары һәм дүрт «Грэмми» статуэткаһы менән бүләкләнә [8][9]. Киноиндустрияны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Голливудтың «Дан аллеяһында» уның исемендәге йондоҙ урынлаштырылған.
Remove ads
Биографияһы
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads