Раҡай Константин Михайлович
дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, фольклорсы. Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты ағзаһы — Тышҡы мөнәсәбәттәр (сит ил эштәре) комиссары (1920) From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Раҡай (Рычков) Константин Михайлович (1882 — 27 ноябрь 1923) — дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, фольклорсы. Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты ағзаһы — Тышҡы мөнәсәбәттәр (сит ил эштәре) комиссары (1920). Башҡортостан телеграф агентлығы етәксеһе (1919).
Remove ads
Биографияһы
1882 йылда Рәсәй империяһы Семипалатинск өлкәһе Усть-Каменногорск ҡалаһында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Өскемен ҡалаһы) ярлы мещан ғаиләһендә тыуған. Тарихсы П. И. Рычковтың нәҫеленән. Бер нисә Европа телдәрен һәм ҡаҙаҡ телен белгән[1]. Раҡай тигән псевдоним ала — был Салауат Юлаевтың ағаһының исеменән булыуы мөмкин[2].
Приход училищеһында белем ала. 15 йәшенән большевиктарҙың йәшерен ойошмаһына ҡушыла.
1903—1913 йылдарҙа (ҡыҫҡа өҙлөк менән) Турухан крайында һөргөндә була. Эвенк телен, шаман йолаларын әүҙем өйрәнә, эвенк теленең һүҙлеген төҙөй, Енисей эвенктарының фольклорын йыя. «Тунгус теленең грамматикаһы тәжрибәһе» («Опыт грамматики тунгусского языка») монографияһын нәшер итеүгә әҙерләй. 1914 йылда «Сибирский архив» журналында уның тарафынан яҙып алынған бер нисә эвенк халыҡ әкиәттәре баҫтырыла.
1917 йылда «Жаворонок» журналының ҡушымтаһында уның әҙәби эшкәртеүендә «Себерҙең башҡа ҡәүемдәре әкиәттәре» («Сказки сибирских инородцев») баҫылып сыға. 1917 йылда һәм 1922 йылда «Землевладение» журналында «Енисей тунгустары» («Енисейские тунгусы») очерктары донъя күрә.
1907 йылда Семипалатинскиҙа «Степной край» гәзитенең мөхәррире булараҡ батша хөкүмәтенең ер сәйәсәтенә ҡаршы көрәш алып бара һәм бының өсөн һөргөнгә ебәрелә. 1907 йылдан 1913 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағында хеҙмәткәр була. «Сибирский Архив», «Сибирские вопросы», «Сибирская жизнь» баҫмаларында эшләй.
Октябрь революцияһынан һуң РККА Реввоенсоветы ағзаһы, «В пути» большевистик гәзитенең мөхәррире була. Себерҙә «Степная Правда», «Советская Сибирь», «Сибирские огни» гәзиттәрендә эшләй. Артабан Мәскәүҙән Башҡортостанға эшкә ебәрелә.
1919 йылдың 18 декабрендә Башҡортостан телеграф агентлығы (БашТА) тураһында положение раҫлана, уның яуаплы етәксеһе итеп Константин Раҡай тәғәйенләнә[3].
1919 йылдың октябрендә Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының (Башревком) комиссариатарын ойошторолған саҡта, «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы шулай уҡ тышҡы мөнәсәбәттәр бүлеген (сит ил эштәре комиссариатын) булдырыу планлаштырыла. 1920 йылдың 12 ғинуарында Башревком Президиумы «Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы тышҡы мөнәсәбәттәр бүлеге тураһында Положение»ны раҫлай[4]. Бүлек мөдире итеп К. М. Рычков (Ракай) тәғәйенләнә.
Әммә РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, тышҡы мөнәсәбәттәр бүлегенең функциялары «тулыһынса айырылыуҙың беренсе аҙымы тигәнде аңлата» тип белдерә. 1920 йылдың 13 ғинуарында, Артём (Ф. Сергеев) тәҡдиме буйынса, Башобком Башҡорт АССР-ының иҡтисади өлкәһендәге хоҡуҡтары тураһында резолюция ҡабул итә: «коммунистик төҙөлөш РСФСР-ҙың хужалыҡ тормошо берҙәмлеген билдәләүсе булалараҡ автономиялы республиканы ойоштороу тураһындағы килешеү айырымланыуҙы аңлатмай, ә киреһенсә, илдең хужалыҡ тормошо берҙәмлеге принцибына нигеҙләнә». Шулай итеп, партия эшмәкәрҙәре төрлө юлдар менән автономиялы республиканың сәйәси хоҡуҡтарын ғына түгел, ә иҡтисади хоҡуҡтарын да сикләргә тырыша[5]. РКП(б)-ның Үҙәк вәкиле Артём (Ф. Сергеев) 1920 йылдың 24 февралендәге ВЧК-ның рәйесе Ф. Э. Дзержинский исеменә ебәрелгән телеграммала К. М. Раҡайҙы атырға кәрәклеге тураһында яҙа[6]. 1920 йылдың ғинуарында Константин Раҡай партияның Үҙәк комитетына, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына һәм Көнсығыш Коммунистик ойошмаларының Үҙәк бюроһына Ғинуар конфликты буйынса үҙенең отчетында Ф.Сергеев һәм башҡаларҙың Башҡортостандағы эшмәкәрлеген тәнҡитләп яҙа[7][8]. Ул билдәләүенсә, партия функционерҙар милли мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер түгеллеген күрһәтә, шулай уҡ «Башҡортостанда власть башҡорт халҡының хоҡуҡи аңында тамыр йәйһә генә ғүмерле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке режим да, иптәш Артём да башҡорттар араһында власҡа ҡарата, бигерәк тә урыҫтар етәкселегендәге, нәфрәт тыуҙырыу өсөн барыһын да эшләне» тип яҙа[9].
1920 йылда Ҡытай менән хәрби сикте асыҡлау өсөн тау һырттары аша Монголияға экспедиция яһай.
1923 йылдың 27 ноябрендә туберкулёздан вафат була.
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads