Сабинов
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сабинов (словак. Sabinov, укр. Сабинів, нем. Zeben, мадьярса Kisszeben) — Словакияның көнсығышындағы ҙур булмаған ҡала. Ҡаланың халыҡ һаны — яҡынса 12 мең кеше. Майҙаны 23,83 квадрат километр, ҡала диңгеҙ кимәленән 320 метр бейеклектә ята. Бер квадрат километрҙағы халыҡтың тығыҙлығы 546 кешегә тигеҙ.
Remove ads
Тарих
Беренсе тапҡыр Сабинов булып 1248 йылда игенселек ултырағы кеүек телгә алына. 1299 йылда Сабинов ҡалаһы Прешов һәм Вельким Шариш ҡалалары менән бергә ҡала хоҡуғын ала. 1405 йылда Сабин король ҡалаһына әүерелә. XV быуат аҙағында Сабинов Пентаполитанаға инә. Пентаполитана биш ҡала (Сабинов, Кошице, Прешов, Бардейов, Левоча) берекмәһе булған була. XVI—XVIII быуаттар Сабинов ҡалаһы өсөн үҫеш йылдары була. XIX быуатта ҡала оҙайлы көрсөккә (кризисҡа) инә. Был кризис XX быуаттың уртаһына тиклем дауам итә.
Remove ads
Иҫтәлекле урындары
- Готика Изге Иоанн Креститель готик костелы
- Лютеран кирхаһы
- Униат сиркәүе
- Православие сиркәүе
- Ратуша
Туғанлашҡан ҡалалар
Собеслав (Чехия)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Шариш
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads