Седльце
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Седльце (Седлец, пол.Siedlce [ˈɕɛdlt͡sɛ], идиш שעדליץ, Шедлиц; Поляк батшалығы ваҡытында урыҫ исеме — Седлец, реформаға тиклем орфографияла ять аша яҙылған — Сѣдлецъ) — Польшаның көнсығышындағы ҡала (Мазовецкий воеводлығы), Варшаваға тиклем алыҫлыҡ— яҡынса 90 километр. Седльце Седлец повятының (административ-территориаль берәмегенең) административ үҙәге, әммә ҡала статусына эйә булараҡ уға инмәй.
Ҡала майҙаны 32 км². Халыҡтың һаны 76 меңдән ашыу кеше тәшкил итә (2015 йыл).
Remove ads
Тарихы
Поляк батшалығында.
1846 йылдың февралендә дворян Потоцкий Панталеон бәләкәй отряды менән рус гарнизонына һөжүм итә һәм ҡаланы яулап ала. Был дөйөм халыҡ ихтилалына башланғыс һалыуға ынтылыш була. Пантелеон Потоцкий тиҙҙән әсирлеккә алына һәм аҫыу юлы менән үлем язаһына хөкөм ителә. Яза 1846 йылдың 17 мартында Седльце баҙарында үтә. Баш күтәреүселәр Себергә һөргөнгә ҡыуыла.
1919 йылдың 3 майында Потоцкий язаланған урында иҫтәлекле тәре асыла.
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Белецкий Евгений Андрианович (1908—1979) — СССР альпинисы, токарь-лекалолар яһаусы.
- Боруц Артур — польша футболсыһы, инглиз «Борнмут» клубы һәм Польша йыйылма командаһы һаҡсыһы.
- Залевский Витольд (1921—2009) — поляк прозаигы, публицист һәм сценарист.
- Йоделка Иоанн (1973) — поляк прозаигы.
- Челомей Владимир Николаевич — механика һәм идара итеү процестары өлкәһендә совет ғалимы, СССР фәндәр академияһы академигы ОКБ-52 (хәҙер НПО «Машина төҙөү») генераль конструкторы.
- Яхонтов Владимир Николаевич — совет артисы, актёр, бер актёр театры жанрына нигеҙ һалыусы.
Remove ads
Ҡала фотоһүрәттәре
- Седльцела Огинский һарайы.
- Православие сиркәүе
- Ҡала паркы
- Рим-католик сиркәүе
- Почта
- Ҡала үҙәге
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads