Савватеев Алексей Владимирович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Савватеев Алексей Владимирович
Remove ads

Савватеев Алексей Владимирович (13 декабрь 1973, Мәскәү) — Рәсәй математигы һәм математик иҡтисадта белгес, математиканы популярлаштырыусы. Физика-математика фәндәре докторы. Мәскәү физика техник институты профессоры[2][3], Адыгей дәүләт университеты профессоры[4], РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының төп ғилми хеҙмәткәре[5], «Балалар өсөн 100 математика дәресе» курсының авторы һәм төп лекторы[6], 2107-се Мәктәп Лекторийының ғилми етәксеһе[7], Нальчик ҡалаһында «Мин — математик» фәнни хәрәкәт етәксеһе[8][9]. Йәмәғәтселек башланғысында Дмитрий Пожарский Университетының ректоры булып эшләй[10]. Шул уҡ университетта проректор итеп тәғәйенләнә[11], Кавказ Математика үҙәгенең етәксеһе урынбаҫары[12].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Математика маяҡтары: Евклидтан алып Галуаға тиклем
Популяр математика
Математик фекерләү принциптары
Remove ads

Биографияһы

Алексей Владимирович Савватеев 1973 йылдың 13 декабрендә Мәскәүҙә СССР уҡытыусыһы һәм инженеры ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы — Исаак Лурье Александрович (1890—1956) — математик, В.В. Куйбышев исемендәге Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы Хәрби-инженер академияһының профессоры һәм юғары математика кафедраһы начальнигы[13]. 1990 йылда 57-се математика мәктәбен тамамлай[14], шунан һуң Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1995 йылда отличие менән тамамлай[15]. Уҡыуын Рәсәй иҡтисад мәктәбендә (РЭШ) дауам итә, 1997 йылда уны ла отличие менән тамамлай.[15].

Рәсәй иҡтисад мәктәбен тамамлағас, РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, бында 2003 йылда иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Моделирование лоббирования и коррупции в переходных экономиках» (специальность — 08.00.13 «математические и инструментальные методы экономики») темаһына диссертация яҡлай[16].

2005 йылда «һалым түләүҙән ҡасып йөрөү менән бәйле коррупцияны математик моделләштереү буйынса эше өсөн» Овсиевич исемендәге премия (II премия) лауреаты була[17].

Диссертацияны яҡлағандан һуң профессор Шломо Вебер саҡырыуы буйынса йыл ярымға Бельгияға эконометрика һәм операциялар тикшеренеү үҙәгенә китә. Рәсәйгә ҡайтып, һигеҙ йылға Рәсәй иҡтисад мәктәбенә эшкә урынлаша. 2008 йылдан РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының «АЛКОА» фонды профессоры була[18].

2013 йылда физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Задача многомерного размещения: теоретико-игровой подход» (специальность — 08.00.13 «математические и инструментальные методы экономики») темаһына диссертация яҡлай[19]. Шул уҡ ваҡытта 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Иркутск дәүләт университетының Математика, информатика, иҡтисад институтында, шулай уҡ РФА Себер бүлеге Иркутск фәнни үҙәгенең Төбәк социаль һәм иҡтисад бүлегендә эшләп, даими Иркутск ҡалаһында йәшәй.

РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының математик иҡтисад лабораторияһында эшләй, Мәскәү физика техник институтында профессор[20][21], Иркутск дәүләт университеты (ИДУ) профессоры, Кавказ математика үҙәгенең етәксеһе урынбаҫары (КМЦ)[22].

2021 йылда РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарға Яңы кешеләр партияһынан 219 бер мандатлы округтан кандидат булып күрһәтелә (Севастополь ҡалаһы).

Remove ads

Ғаиләһе

Ике тапҡыр өйләнгән[23]. Биш бала атаһы — Михаил (2004), Галина (2005), Светлана (2011), Юрий (2014)[24] һәм Надежда (2020)[25].

Мауығыуҙары

Мәскәү Локомотивының көйәрмәне[26]. Православие динен тота[27].

Ағартыу эшмәкәрлеге

2018 йылда «Математика для гуманитариев. Живые лекции» китабы өсөн «Тәбиғи һәм теүәл фәндәр» номинацияһында «Мәғрифәтсе» әҙәби премияһы финалсыһы була [28].

2020 йылда «Математика маяҡтары: Евклидтан алып Галуаға тиклем» проекты өсөн «Мәғрифәтсе. Digital» премияһының шорт-битенә эләгә[29].

Библиография

Монографиялары
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads