Савельев Владимир Андреевич

актёр, театр эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Савельев Владимир Андреевич (18 апрель 1947 йыл5 ноябрь 2020 йыл) — театр актёры, мәҙәниәт эшмәкәре. 1990 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры, 1995—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Андреевич Савельев 1947 йылдың 18 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ҡаранторау ауылында тыуған. 1973 йылда Ҡазан дәүләт театр училищеһын тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт драма театры[1] актеры булып эшләй. 1979—1982 йылдарҙа Республика рус дәүләт драма театрының художество-постановка бүлеген етәкләй, 1982 йылдан директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Өфөлә ике телле — башҡорт һәм рус — Йәш тамашасы театрын[2] ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, яңы асылған театрҙың директоры итеп тәғәйенләнә. 1995 йылдың февраленән 1997 йылдың декабренә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры.2006—2007 йылдарҙа Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында директор вазифаһын башҡарыусы, кино төшөрөү буйынса директор урынбаҫары була[3]. Актёр 2020 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә вафат була[4].

Remove ads

Ижады

Башҡарған ролдәре: Рацер һәм Константиновтың «Тигеҙһеҙ никах» «(Неравный брак») — Кирилл, Кальдерендың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» — Дон Хуан, Шалевичтың «Хәҙер һәм мәңгелек» («Отныне и навсегда») — Стольников.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads