Савицкий Евгений Яковлевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Савицкий Евгений Яковлевич (11 (24) декабрь 1910 йыл — 6 апрель 1990 йыл) — совет хәрби осоусыһы һәм хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышының ас-истребителе. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1945). Авиация маршалы (1961)[2]. Ленин премияһы лауреаты (1978). СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы (1965). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1961—1966). СССР Юғары Советының 6-сы саҡырылыш депутаты.
Remove ads
Биографияһы
Евгений Яковлевич Савицкий Ҡара диңгеҙ губернаһы Новороссийск ҡалаһында (хәҙерге Краснодар крайы) 1910 йылдың 11 (24) декабрендә тыуа. Атаһы тимер юлда стрелочник булып эшләй. Ете йәшендә атайһыҙ ҡала. Бер ни тиклем ваҡытта ҡарауһыҙ йөрөй, һуңынан балалар йортонда тәрбиәләнә. ФЗУ мәктәбен тамамлай һәм бер нисә йыл «Пролетарий» цемент заводында дизелсы һәм шофер булып эшләй. Комсомол булараҡ, урындағы ОГПУ-ла ярҙам итеү отрядында тора.
Урыҫ. 1931 йылдан КПСС ағзаһы.
Ҡатыны — Лидия Павловна Савицкая (Лазаренкова, 1924—1986), һуғыш йылдарында 3-сө истребитель авиация корпусының штабында авиация диспетчеры була. Ҡыҙы — Светлана Савицкая (1948), летчик-космонавт, ике тапҡыр йыһанға осош яһай һәм шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads