Сапиенца (университет)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Сапиенца (университет)map
Remove ads

«Сапиенца» (рәсми атамаһы — Sapienza — Università di Roma, «Сапиенца — Рим университеты») — Италияның баш ҡалаһы Римдә урынлашҡан университет, донъяның иң боронғо университеттарының береһе — XIV быуат башында нигеҙләнгән.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡушамат ...

Италияның иң престижлы университеттарының береҙе, даими рәүештә Италия һәм Көньяҡ Европа юғары уҡыу йорттары рейтингыларының беренсе урындарына эләгә[19], Европаның иң яҡшы университеттары иҫәбенә инә[20]. Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарҙың һаны буйынса Европала иң ҙур университет булып тора[21].

Remove ads

Тарихы

1303 йылда Рим папаһы Бонифаций VIII тарафынан туранан-тура Ватиканға буйһонған уҡыу йорто булараҡ нигеҙләнгән. 1431 йылда Рим папаһы Евгений IV уҡыу йортон үҙгәртеп ҡорған, һөҙөмтәлә университетта дүрт яңы факультет булдырылған: хоҡуҡ, медицина, фәлсәфә һәм теология.

1527 йылда Римде талаған осорҙа университет ябылған, ҡайһы бер профессорҙар үлтерелгән. 1703 йылда Рим папаһы Климент XI ҡаланың Яникул убаһында ер алған, бында университет ботаника баҡсаһы булдырылған, ул тиҙҙән Европала иң билдәлеләренең береһе булып киткән.


1870 йылда «Сапиенца» папа университеты булмай башлаған һәм ҡала учреждениеһы булып киткән. 1935 йылда Марчелло Пьячентининың проекты буйынса яңы университет кампусы төҙөлгән.

Remove ads

Рейтингтар

U.S. News & World Report рейтингына ярашлы университет Италияның иң яҡшы юғары уҡыу йорто булып тора һәм Европала 139-сы урында биләй[22][23].

Донъя университеттарының академик рейтингы Рим университетын 101—150 (донъяла иң яҡшы уҡыу йорттарының 3 % араһында) төркөмөндә урынлаштырған[24].

QS World University Rankings рейтингында Ла Сапиенца 202-се урынды биләй[25].

Факультеттар

  • Архитектура
  • Иҡтисад
  • Фармакология һәм медицина
  • Хоҡуҡ
  • Граждан һәм сәнәғәт төҙөлөшө
  • Информацион инженерияһы, информатика һәм статистика
  • Математика, физика һәм тәбиғи фәндәр
  • Медицина һәм стоматология
  • Медицина һәм психология
  • Сәйәси фәндәр, социология һәм коммуникациялар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads