Сарман
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сарман — Татарстан Республикаһындағы ауыл, Сарман районының һәм Сарман ауыл биләмәһенең үҙәге.
Remove ads
Географияһы
Бөгөлмә тимер юл станцияһынан 110 км төньяҡтараҡ, Минзәлә йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Сарман — Байлар улусы Салағош түбәһе башҡорттарының ауылы.
1800 йылда Генераль межевание тамамланғас, ауыл берләштерелгән Ҫарайлы-Мең—Байлар улусының үҙәге булып китә. Ике ырыу ерҙәрен берләштереү халыҡ араһында ҡаршылыҡ тыуҙыра[3]. Һуңыраҡ ауыл Әлмәт Мулла улусының үҙәге була[4].
1795 йылда 27 йортта 158 башҡорт, ә бишеһендә — 49 типтәр теркәлгән. 1816 йылда 47 йортта — 270 ир енесле башҡорт һәм 27 ир енесле типтәр, ә 1834 йылда 67 йортта — 413 ир енесле башҡорт һәм 40 ир енесле типтәр иҫәпләнгән. 1859 йылда 923 башҡорт һәм типтәр теркәлгән[4].
1912 йылғы йорт-ара иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 381 ихатала 1955 башҡорт йәшәгән. Халыҡ арпа, һоло, борай, борсаҡ, бойҙай, тары һәм бәрәңге үҫтергән, 2419 баш мал, шул иҫәптән 472 ат, 436 һыйыр, 1351 һарыҡ һәм 160 кәзә аҫраған. Ауылда ике тирмән, тимерлек, 7 кибет, икмәк магазины, баҙар булған[4].
XIX быуат уртаһынан ауылда ике мәсет һәм улар янында мәктәп булыуы билдәле[4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә, ә 1921 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдың 10 авгусынан — Сарман районы үҙәге[5].
Сарман ауылында башҡорттарҙың монгол-татар илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшен тасуирлаған Биксура[6] тураһында риүәйәт яҙып алына[4].
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Әхмәҙиев Аҙһар Мөхәмәтша улы (1915—17.06.2007), тренер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1966 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1967), Бөтә Союз (1964) һәм республика (1955) категорияһындағы судья, СССР-ҙың почётлы судьяһы (1979). 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры[7].
Халыҡ
1795 | 1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979[5] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
207 | 923 | 1521 | 2056 | 1727 | 2671 | 1720 | 2096 | 2587 | 5096 |
Инфраструктураһы
Сарман халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылда һөт, спирт-араҡы заводтары бар. Урта, спорт, сәнғәт һәм музыка мәктәптәре, гимназия, район мәҙәниәт йорто эшләй[5].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads