Татарстан Республикаһы

Рәсәй Федерацияһы составындағы республика From Wikipedia, the free encyclopedia

Татарстан Республикаһы
Remove ads

Татарстан — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика, Волга буйы федераль округына ҡарай. Киров, Ырымбур һәм Һамар, Ульяновск өлкәләре, Сыуашстан, Мари Иле, Башҡортостан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы Ҡазан, Мәскәүҙән 797 саҡырымда.

Thumb
Ҡыҫҡа факттар
Thumb
Remove ads

Географик мәғлүмәт

Татарстан Рәсәй үҙәгендә, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, ике ҙур йылға — Иҙел һәм Кама ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 67836,2 квадрат километр, төньяҡтан көньяҡҡа 290 саҡырым һәм көнбайыштан көнсығышҡа 460 саҡырым. Уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 170 метр, 90 процент ерҙәр 200 метрҙан юғарыраҡ, тик айырым урындар ғына 300—350 метрға етә. Территория — башлыса урманлы ерҙә ятҡан тигеҙлек, уның 16 проценты урман менән ҡапланған. Көнсығыш Европа тигеҙлеге Волганан алып көнсығышҡа, Урал тауҙарына табан күтәрелә бара, шуға ла республиканың ер өҫтө өсөн дә был үҙенсәлек хас: уның иң түбән урындары — Иҙел аръяғының көнбайышында, ә иң бейек ерҙәре көнсығышта ята. Республиканың көньяҡ-көнсығышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урынлашҡан.

Фаунаһында биш мендән артыҡ хайуан төрө иҫәпләнә.

Remove ads

Халҡы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 3 миллион 776 мең 265 кеше йәшәй, шуларҙын 14 мең 901-е башҡорт милләтенән.

Thumb
Татарстанда халыҡ тығыҙлығы
Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ, Кеше һаны, % ...

Телдәр

Йөмһүриәтенә Татарстан Конституцияһына һәм Татарстан телдәре турындағы законға ярашлы татар һәм урыҫ телдәре тигеҙ хоҡуҡлы дәүләт телдәре итеп иғлан ителгән.

Дин

Татарстанда мендән артыҡ дини берләшмә теркәлгән, диндарҙар араһынан ислам һәм христиан динен тотоусылар күпселекте тәшкил итә.

Remove ads

Сәнәғәт

Татарстан — Рәсәйҙәге иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе, ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Ленинград, Свердловск һәм Ярославль өлкәләре менән бер рәттән иң алдынғылар төркөмөндә килә. Республиканың иҡтисади нигеҙен сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Сәнәғәт башлыса яғыулыҡ һәм нефть химияһы тармаҡтары, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе (ауыр йөк ташыусы машиналар, вертолеттар, самолеттар һәм авиадвигателдәр, компрессорҙар, йылға һәм диңгеҙ суднолары, автомобилдәр) машина эшләү предприятиеларынан тора. Илдә етештерелгән тракторҙарҙың — 24, ауыр йөк машиналарының 17,5 проценты бында сығарыла. Электр һәм радио приборҙары эшләү сәнәғәте лә яҡшы үҫешкән. Йылына 32 миллион тоннаға яҡын нефть сығарыла (Йәлил (ҡасаба), Әлмәт ятҡылыҡтары). Рәсәйҙә етештерелгән полиэтилен, синтетик каучук һәм автошиналар күләменең өстән бер өлөшөн тап ошо төбәк сәнәғәте етештерә.

Өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе булған агросәнәғәт комплексы ла ныҡ үҫешкән. Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 2,1 процентын биләгән республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 4,7 процентын етештерә.

Ҡоролош

Татарстан 43 муниципаль райондан һәм 2 ҡала округтан тора.

Ҡалалар

Thumb
Татарстан административ картаһы (русса)
  1. Аҙнаҡай
  2. Әлмәт
  3. Баулы
  4. Бөгөлмә
  5. Быуа
  6. Алабуға
  7. Зәй
  8. Йәшел Үҙән
  9. Ҡазан — баш ҡала
  10. Лениногорск
  11. Яр Саллы
  12. Түбәнге Кама
  13. Норлат
  14. Тәтеш
  15. Чистай

Райондар

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Район ...
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads