Сатира

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сатира (латинса satira) — мәрәкә һәм мәҙәктең (комизмдың) сәнғәттә әсе һәм үткер сағылышы. Беҙҙең әйләнә-тирәләге төрлө (башлыса кире) күренештәрҙе күп яҡлы көлдөргөс һәм көлкө саралар: сарказм, ирония, гипербола, гротеск, аллегория, пародия һәм башҡалар ярҙамы менән һәм поэтик кәмһетеү аша фаш итеү жанры. Унда Гораций, Персий, бигерәк тә Европа классицизмы өсөн уның иң һуңғы формаһын билдәләгән Ювенал әле лә һоҡланырлыҡ уңыштарға ирешә. Сәйәси сатира жанрына Аристофандың Афиналағы халыҡ власы тураһындағы әҫәрҙәре туранан-тура йоғонто яһай.

Сатирала юмор тура тәнҡитте йомшартыу өсөн ҡулланыла, юғиһә сатира вәғәз төҫө алыр ине. Был сатирик әҫәрҙәрҙең тәүгеләре өсөн үк хас күренеш.

Remove ads

Этимология

«Сатира» (француз телендәге «satire», латин телендәге «satira», боронғораҡ формаһы — «satura») үҙләштерелгән һүҙ — аллаларға йыл һайын алып барылған төрлө аш-һыу менән тулы табаҡ; десерт; ҡатнашма, шиғри ҡатышма; күсмә мәғәнәһе: ҡатышма, ваҡ-төйәк.

Әҙәби әһәмиәте

Үҙенең тарихи сығышы яғынан Боронғо Рим әҙәбиәтендә «сатира» — ул поэтик әҫәр, әҙме-күпме әһәмиәтле күләмле лирик шиғыр. Унда беҙ айырым типик заттарҙың йәки күренештәр һәм заттарҙың киң бер төркөмө үҙенсәлектәрен һәм сифаттарын әҙме-күпме кире яҡтан йәки ҡаты ғәйепләп һәм нәфрәт менән һүрәтләүҙе күрәбеҙ. Әҫәрҙең һөжүм һәм фаш итеү йөкмәткеһе яғынан сатиранан памфлет һәм пасквиль айырылып тора; һуңғыһы авторҙың теге йәки был заттарға һөжүм итеүе һәм уларҙы фаш итеүендә ниәттәренең мораль бысраҡлыҡтары менән характерлана. Ә памфлет — ҡайһы бер осраҡта тик публицистик сығыш, әммә ул айырым заттарға ҡаршы яуаплы ирекле һүҙ бейеклегендәге художестволы сатира.

Remove ads

Грек-рим доньяһы

Thumb
1814 йылда ба5тырыл4а «Сатиры и послания Квинта Горация Флакка».
Thumb
Авл Персий Флакк

Фарсы һәм әзербайжан сатираһы

Thumb
Али Акбар Дехххода

Инглиз сатираһы

Thumb
Джонатан Свифт

Америка сатираһы

Thumb
Марк Твен

Хәҙерге көнбайыш сатираһы

Thumb
«Полотенчик», «Көньяҡ Парк» йәнһүрәт сериалының 4 кенә серияһында ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, иң популяр сатирик персонаждарҙың[1] береһе.

Тәнҡитле моменттар

Thumb
«Көньяҡ парк» йәнһүрәт сериалын төшөрөүселәр, Трэй һәм Паркер Мэтт Стоун, йыш ҡына сериалдағы тыйылған темаларға сатира өсөн тәнҡиткә дусар ителә. Әммә авторҙар шуға оҡшаш тәнҡиткә юмор күҙлегенән ҡарағандарын белдерә.

Рәсәй империяһында сатира

Thumb
Михаил Евграфович Салтыков-Щедрин
Файл:Bułhakow.jpg
Михаил Булгаков

Хәҙерге Рәсәйҙә сатира

Thumb
Яҙыусы-сатирик Михаил Задорнов

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads