Сатый

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сатый (рус. Сатыево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 590 кеше[4]. Почта индексы — 452093, ОКАТО коды — 80244865001.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...


Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь59028830248,851,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

Ауыл тарихы

Сатый ауылы Сатый йылғаһы (Өйәҙе йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауылға 1779 йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, Нуғай даруғаһы Илекәй- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Ауыл тәүге төпләнеүсе Сатый Атйетәров исеме менән аталған. 18 быуаттың аҙағында ш. уҡ яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. 1795 йылда 34 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 йылда 130 йортта — 820 кеше. Малсылыҡ, игенселек, итек тегеү, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 2 тирмән булған. 1906 йылда 2 мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән. И. Т.Хәбибуллин, М.Ә.Шәмсетдинов ошо ауылда тыуған.
Халҡы: 1906 йылда — 1185 кеше; 1920—1483; 1939—786; 1959—717; 1989—664; 2002—602; 2010—590 кеше.
Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[5]

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads