Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы (8 ғинуар 1966 йыл) — йырсы (меццо сопрано). 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡалаһы, Италия, 1994), шулай уҡ күп кенә халыҡ-ара конкурстар дипломанты.
Remove ads
Биографияһы
Светлана Роберт ҡыҙы Арғынбаева 1966 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башкортостан Республикаһы) Сибай ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын (1987), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1993) тамамлаған. 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы.
Ижады
Төп партиялар: Розина («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини, дебют, 1994), З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев опера» операһында — Көнбикә, «Шәүрә» операһында — Яубикә, Кармен («Кармен», Ж.Бизе), һ. б. 1994—1997 йылдарҙа Озимо ҡалаһында (Италия) Опера сәнғәте академияһында, 2000 йылда Дж. Россини ис. опера академияһында (Пезаро ҡ., Италия) стажировка үтә. Репертуарында сит ил, үҙ илебеҙ композиторҙары операларынан ариялар, башҡорт халыҡ йырҙары. «Лисео» (Барселона, Испания), «Перес Гальдос» (Лас-Пальмас ҡ., Испания), «Россини» (Пезаро) театрҙарында йырлай.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
Ҡаҙаныштары
- Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡ., Италия, 1994),
- С. Я. Лемешев исемендәге халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы дипломанты (Тверь ҡ., 1992),
- Ф. Виньяса исемендәге вокалистар конкурсы дипломанты (Барселона ҡ., Испания, 1993),
- Л. Вольпи исемендәге опера йырсылары конкурсы дипломанты (Латина ҡ., Италия, 1995)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads