Сербия короллеге
Сербия короллеге From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡалып:История Черногории
Сербия короллеге (серб.сер. Краљевина СрбијаКраљевина Србија) — 1882 йылда кенәз Милан IV Обреновичты мәсехләгәндән һуң Сербия кенәзлегенән барлыҡҡа килтерелгән балҡан дәүләте.
Remove ads
Тарихы
1885 йылда серб-болгар һуғышы була, ул Сербия короллегенең еңелеүе менән тамамлана. 1903 йылда Александр Обренович ҡатыны Драга менән бергә Ҡарагеоргиевичтар яҡлы «Берләшеү йәки үлем!» (серб.сер. Уједињење или смртУједињење или смрт), башҡа төрлө «Ҡара ҡул» тип тә йөрөтөлгән, Дунай дивизияһы полковнигы Драгутин Дмитриевич (Апис) етәкселек иткән ойошма тарафынан атып үлтерелгәс, Пётр I Ҡарагеоргиевич король ителә.
1912—1913 йылдарҙа Сербия короллеге Беренсе Балҡан һуғышында ҡатнаша, һуғыш Лондон солох договорына ҡул ҡуйыу менән тамамлана, бының һөҙөмтәһендә короллектең биләмәләре ике тапҡырға тиерлек киңәйә.
1913 йылда Сербия короллеге Икенсе Балҡан һуғышында ҡатнаша, был һуғыш Бухарест солох договоры төҙөү менән тамамланып, короллектең сиктәре тағы ла киңәйә төшә.
1914 йылдан алып ахырына тиклем Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, бынан һуң 1918 йылда серб короле Пётр I Ҡарагеоргиевич хакимлығы аҫтындағы Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге барлыҡҡа килә.
Remove ads
Халҡы
Балҡан һуғыштарына тиклем Сербия короллегендә 10 000-дән ашыу кеше йәшәгән 17 ҡала була. 1910—1912 йылдарҙа Сербия короллегенең иң ҙур ҡалалары[1]:
Remove ads
Идараһы
Закондар сығарыу органы — Милли Йыйылыш, дәүләт башлығы — Король, башҡарма органы — Министрҙар Советы, округтарҙың вәкәләтле органдары — округ йыйылыштары (окружне скупштине), башҡарма органдары — округ комитеттары (окружни одбори), общиналарҙың вәкәләтле органдары — община йыйылыштары (општински збор), башҡарма органдары — община комитеттары (општински одбор), кметтар (кмет) уларҙың рәйестәре була.
Королдәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads