Сикоку
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сико́ку[1] (япон. 四国 , «дүрт өлкә») — Япон утрауҙары составындағы утрау, Японияның регионы. Япон утрауҙары араһында майҙаны һәм халыҡ һаны буйынса дүртенсе урында[2].
«Сикоку» һүҙе ике төрлө мәғәнәгә эйә. Тар мәғәнәлә ул тик Сикоку утрауын, ә киң мәғәнәлә — Сикоку регионын (四国地方 (япон. しこくちほうɕi̥koku̥ t͡ɕihoː )) аңлата. Был регионға Сикоку утрауынан тыш бәләкәй күрше утрауҙар керә. Борон был утрау Көньяҡ диңгеҙ регионына (Нанкайдо) ингән.
Хонсю утрауы менән өс күпер системалары менән тоташҡан.
Remove ads
География
Ҙурлығы буйынса донъяла илленсе утрау будып тора.
Утрауҙың рельефы башлыса таулы. Көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған тауҙар Сикокуны ике субрегионға бүлә. Төньяҡ субрегионы Эске Япон диңгеҙе һыуҙары менән, ә көньяҡ субрегионы — Тымыҡ океан һыуҙары менән йыуыла. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Исидзути тауы (бейеклеге — 1982 м), ул Эхиме префектураһында урынлашҡан. Яр буйҙары тирәһендә тигеҙлектәр өҫтөнлөк итә, уларҙың иң ҙуры — Токусима тигеҙлеге. Сикокуның йылға селтәре ҡуйы. Эсино йылғаһы утрауҙың иң ҙур һыу артерияһы һанала, уның оҙонлоғо 194 км тәшкил итә.
Сикокуның төньяҡ өлөшөндә урта диңгеҙ климаты, ә көньяҡ өлөшөндә — субтропик муссон климаты өҫтөнлөк итә.
Яуым-төшөмдәр, бигерәк тә йәйен тайфундар осоронда, йыш була була.
ЭСКЕ ЯПОН ДИҢГЕҘЕ Ува диңгеҙе Харима диңгеҙе Хиути диңгеҙе Иё диңгеҙе Бунго боғаҙы Наруто боғаҙы Кии боғаҙы Тоса ҡултығы С И К О К У Т А У Ҙ А Р Ы САНУКИ ТАУҘАРЫ Исидзути Сасагаминэ Камэгамори Миунэ Цуруги Рюо Ёсино й. Ёсино й. Доки й. Нака й. Сигенобу й. Хидзи й. Монобэ й. Ниёдо й. Симанто й. Токусима тигеҙлеге Мацуяма тигеҙлеге Сануки тигеҙлеге Коти тигеҙлеге Мацуяма Хиросима Такамацу Токусима Коти Окаяма ЭХИМЭ КОТИ ТОКУСИМА КАГАВА Садамисаки яр-уы Таканава яр-уы | |
Сикоку утрауының физик картаһы |
Remove ads
Тарих
Боронғо осорҙа утрау Иё-но-футана-сима (япон. 伊予之二名島 ), Иё-сима (япон. 伊予島 ) һәм Футана-сима (япон. 二名島 ) атамаларын йөрөткән. Хәҙерге атамаһы Сико́ку (япон. 四国 , «дүрт өлкә») утрауҙа Японияның дүрт тарихи өлкәһе — Ава, Иё, Сануки һәм Тоса булыуын һүрәтләй.
1871—1876 йылдарҙағы административ реформа һөҙөмтәһендә Ава, Иё, Сануки һәм Тоса провинциялары Коти, Токусима, Кагава һәм Эхимэ префектуралары тип үҙгәртелә.
Электән Сикоку утрауы легендар буддист монахы Кукай эшмәкәрлегенә ҡараған 88 ғибәҙәтханаһы менән билдәле.
Remove ads
Демография
Сикоку утрауында 3 981 517 кеше (2010) йәшәй, уларҙың күп өлөшө төньяҡ райондарҙа көн итә. Утрауҙың иң эре ҡалалары рәтенә префектуралар үҙәктәре — Мацуяма, Такамацу, Токусима, Коти инә. Сикоку халыҡ ҡартайыуы мәсьәләһенән йонсой. Йәштәрҙең күп өлөшө утрауҙан Токио йәки Осака ҡалаларына китә.
Административ бүленеше
Сикоку регионына дүрт префектура керә:
Иҡтисад
Япония иҡтисадында Сикокуның өлөшө 3%-тан артмай. Утрау иҡтисади интеграцияланмаған. Эхиме префектураһы — Хиросима, Токусима преектураһы — Осака, ә Кагава префектураһы — Окаяма менән тығыҙ бәйләнеш тота. Утрауҙың төньяҡ өлөшө, башлыса Эске Япон диңгеҙе яр буйҙары — ауыр сәнәғәттең һәм караптар төҙөүҙең үҙәге. Сикокуның көньяғында ауыл хужалығы өҫтөнлөк итә. Үҫтерелгән культуралар араһында мөһим урынды мандарин һәм йөҙөм биләй. Утрауҙың көньяҡ райондарҙағы уңайлы климат дөгө уңышын йылына ике тапҡыр йыйырға мөмкинлек бирә.
1988 йылда Сикокуны Хонсю утрауы менән тоташтырыусы Сэто күперҙәр системаһы төҙөлә, был үҙ сиратында утрауҙың үҙәк япон префектуралары менән иҡтисади бәйләнеште урынлаштырыуҙы тиҙләтә. Артабан Сикокуның башҡа өлөштәрендә тағы ике күперҙәр системаһы төҙөлә. Әлегә Кюсю утрауы менән тоташтырыусы күпер юҡ. Сикокуның рельефы таулы булғанға күрә, юлдар селтәре ныҡ үҫешмәгән.
Remove ads
Спорт
Утрауҙа даими рәүештә электромобилдә йөрөүселәр өсөн Shikoku EV Rallye раллиһы уҙғарыла[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads