Силез теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Силез теле (сил. ślōnskŏ gŏdka, ślōnski) — Лех төркөмөнә ингән көнбайыш славяндар теле. Был тел Польшалағы Үрге Силезияла (сил. Gōrny Ślōnsk, пол. Górny Śląsk), бынан тыш Чехияла һәм Германияла ҡулланыла. 2011 йылғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса 509 мең кеше силез телен туған теле итеп күрһәткән, ләкин сама менән был телдә һөйләшеүселәр һаны 1 250 000 яҡын.
Силез теле поляк теленә бик яҡын, шуға күрә лингвистарҙың күберәге был телде поляк теленең диалекты итеп ҡарай.
Remove ads
Яҙыуы
Ҡарағыҙ: Силез имләһе
Бөтөнөһөнә лә бер төрлө силез алфавиты юҡ. Силез телендә һөйләшеүселәр яҙыу өсөн поляк телендәге билдәләрҙе ҡулланған. Силез алфавиты бөтә яҙмаларҙы иҫәпкә алып, (улар 10-ға яҡын) 2010 йылда ҡабул ителгән. Хәҙер был алфавит Интернетта киң ҡулланыла һәм шулай уҡ силез википедияһында ҡулланыла.
A a | Ã ã | B b | C c | Ć ć | D d | E e |
F f | G g | H h | I i | J j | K k | L l |
Ł ł | M m | N n | Ń ń | O o | Ŏ ŏ | Ō ō |
Ô ô | Õ õ | P p | R r | S s | Ś ś | T t |
U u | W w | Y y | Z z | Ź ź | Ż ż |
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads