Словень-Градец
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Словень-Градец (слов. Slovenj Gradec) — Словенияның Корошка төбәгендәге ҙур булмаған ҡалаһы. Словень-Градец Австрия сиге янында, бер нисә километр алыҫлыҡта ғына, урынлашҡан. Ҡала Мариборҙан көнбайышҡа табан 45 км һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан Люблянанан 65 км алыҫлыҡта тора. Ҡаланың халҡы 13 мең кеше самаһы тәшкил итә. Словень Градец ҡалаһы Словенияның 193 общинаһының береһе булып тора. Туғанлашҡан ҡалаһы — Чехияның Чески-Крумлов ҡалаһы.
Урта быуаттарҙа ҡаланың хужаһы барон фон Виндишгрец булған. 1880 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Виндиш-Грец (нем. WindischgrätzWindischgrätz) ҡалаһы халҡының дүрттән өс өлөшө немец телендә, ҡалған бер сиреге генә словен телендә һөйләшә, тип әйтелә. 1918 йылда Словень-градец ҡалаһы Словенияның немец телле кешеләренең бер «утрауы» ғына булып торған була. Беренсе донъя һуғышынан немецтарҙың күпселеге Австрияға күсеп сыҡҡан. Уларҙың ҡалғандары 1945 йылда Словениянан ҡыуып сығарылған.
Remove ads
Билдәле шәхестәр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads