Смирнов Алексей Петрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Алексей Петрович Смирнов (29 май (10 июнь) 1899 йыл — 10 март 1974 йыл) — совет тарихсыһы һәм археологы, фин-уғыр һәм болғар археологияһы буйынса белгес. Тарих фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры. Дәүләт тарих музейы һәм СССР Фәндәр академияһы Археология институтының директор урынбаҫары. Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Сыуаш АССР-ы һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Советская археология» журналының редколлегия ағзаһы һәм баш мөхәррир урынбаҫары.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Петрович Смирнов 1899 йылда адвокат ғаиләһендә тыуа. 1916 йылда реаль училище тамамлап, шунан армия сафына алына. 1922 йылда Мәскәү дәүләт университетының йәмғиәт фәндәре факультетының археология бүлегенә уҡырға инә. Бүлектең етәксеһе билдәле археолог В. А. Городцов, уҡытыусыларҙың береһе профессор Ю. В. Готье була. Уларҙың икеһе лә А. П. Смирновҡа ҙур йоғонто яһай[4].

1926 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Йәмғиәт фәндәренең ғилми-тикшеренеү институттарының Рәсәй ассоциацияһына Археология һәм сәнғәтте өйрәнеү институтының археология бүлегенә аспирантураға уҡырға инә. 1929 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1944 йылда «Волга болғарҙары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1951 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты профессоры.

Remove ads

Археологик экспедициялары

1924—1937 йылдарҙа Мәскәү һәм Иваново өлкәләрендә, Краснодар крайында (Фанагория), Коми һәм Удмурт республикаларында (Иднакар, Сабанчикар, Дондыкар, Кушман ҡаласыҡтары, Бигер-Шай, Вужшай, Чемшай ҡәберлектәре).

1930 йылдар башында Смирнов Удмуртстанға үҙенең өсөнсө экспедицияһында Гордино ауылынан Иҙел болғары мосолманының ҡәбер ташын алып сыға (Рәсәйҙең төньяғында бындай һәйкәлдең әлегә тиклем табылғаны юҡ) һәм бының өсөн саҡ төрмәгә ултырмай, бары тик ОГПУ-ның һорауҙарына яуап биреп ҡотола һәм экспедиция етәксеһе булыуҙан ваҡытлыса ситләтелә.

1933 йылда Сувар археологик экспедиция етәксеһе.

1938 йылда — билдәле эштәренә нигеҙ булып торған Волга буйы Болғары эше буйынса Болгар ҡалаһында эшләй.

1957 йылда — Волга буйы археологик экспедицияһы етәксеһе.

1959 йылда — Алтын Урҙа ҡаласыҡтарын тикшереү буйынса экспедиция.

Remove ads

Наградалары

Ғилми хеҙмәттәре

70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Смирнов А. П. Очерки по истории волжских булгар // Труды Государственного исторического музея. — М., 1940. — Вып. XI. — С. 55-136.
  • Смирнов А. П. Волжские Булгары / Государственный Исторический музей. М.: Изд. ГИМ, 1951.
  • Смирнов А. П. Очерки древней средневековой истории народов Среднего Поволжья и Прикамья. М., 1952. — (Материалы и исследования по археологии СССР, № 28).
  • Смирнов А. П. Железный век Башкирии. М., 1958. — (Материалы и исследования по археологии СССР, № 28).
  • Смирнов А. П. Железный век чувашского Поволжья. М., 1961. — (Материалы и исследования по археологии СССР, № 95).
  • Смирнов А. П. Скифы. М.: Наука, 1966. — 200 с. — (Из истории мировой культуры). 47 000 экз.
Remove ads

Әҙәбиәт

Remove ads

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads