Совет районы (Өфө)
Өфө районы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Совет районы — Өфө ҡалаһының ете районының береһе, уның тарихи үҙәк өлөшөнән төньяҡҡа табан урынлашҡан.
Remove ads
Тарихы
Совет районының ойоштороу датаһы прообразы — 1938 йылдың апрель айы, нәҡ ошо ваҡытта бүленеү иҫәбенә ике яңы район барлыҡҡа килә: Жданов һәм Молотов (1957 йылдан Совет районы).
Күп йыллыҡ тарихы эсендә район сиктәре күп тапҡырҙар үҙгәрә.
Хәҙерге Совет районы территорияһында беренсе ҡаралтылар XVII быуат башында барлыҡҡа килә. Был төҙөлөштәр ҡала ситендәге ҡараул башнялы нығытмалар була, улар Ағиҙел менән Өфө йылғалары араһыда төҙөләләр һәм Өфө нығытмаһына килеп ингән урындары төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан һаҡлайҙар.
Иҡтисади һәм мәҙәни тормоштоң күтәрелешендә бик ҙур ролде Һамар-Златоуст (хәҙер Куйбышев) тимер юлының төҙөлөшө уйнай. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аша күперҙәрҙе төҙөгәндән һуң тимер юлдан хәрәкәт Өфө аша 1888—1890 йылдарҙа асыла.
1888 йылдың август айында Өфөлә Һамар-Златоуст тимер юлының төп оҫтаханалары (хәҙер тепловоздар ремонтлау заводы) сафҡа инә. Пароход, ә, иң мөһиме, тимер юлы бәйләнешен асыу Өфөнө Көньяҡ Уралда эре транспорт узелына әүерелдерә һәм сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итә.
1900-сы йылдар башында хәҙерге район биләмәһендә 15 меңгә яҡын кеше йәшәгән.
Тимер юл оҫтаханалары һәм деполарҙағы эшселәр иҫәбенә марксистик түңәрәктәр, социал-демократик төркөмдәр барлыҡҡа килә. 1905 йылғы революция ваҡиғалары Өфөнө лә, районды ла урап үтмәйҙәр. Забастовщиктар менән эшсе депутаттар советы етәкселек итә. Советтың башында Иван Степанович Якутов тора. 1905 йылдың 9 декабрендә сәйәси забастовка ҡораллы ихтилалға әүерелә, уны полиция менән казактар баҫтыра. Иван Якутовтың ғүмере Өфө төрмәһендә 1907 йылдың 21 ноябрь төнөндә өҙөлә. Уның исеме ҡала балалар паркына бирелә (элекке халыҡ айыҡлығы баҡсаһы).
1930-сы йылдарҙың беренсе яртыһында транспортта ҡала һәм республика өсөн яңы төр тыуа — һауа транспорты. 1932 йылда Өфөгә өс У-2 (ПО-2) самолетттарын алдыралар, 1933 йылдың 15 июлендә беренсе даими авиация линияһы Өфө — Магнитогорск — Белорет — Стәрлетамаҡ — Мәләүез — Мораҡ — Баймаҡ — Архангельск — Өфө түңәрәк маршрут буйынса асыла. Ошоларҙың бөтәһен дә: Рихард Зорге урамын да, беренсе Өфө аэропорты булған бөгөнгө Көньяҡ вокзалы территорияһын да күҙ алдына килтереүе ауыр. «Әтәсле йорт» тип билдәлелек алған йортта аэродром метеохеҙмәте була. Революцияға тиклем йортҡа купец П. Костерин хужа булған һәм ул ҡала ситендәге йорт булараҡ файҙаланған.
Remove ads
Халҡы
Сәнәғәт
- ААЙ «Өфө тепловоздар ремонтлау заводы»,
- «Өфөгаз» — ААЙ «Газ-сервис» филиалы,
- ААЙ «УПО „Геофизприбор“»,
- ААЙ «НПФ „Геофизика“»,
- ААЙ «Өфө „Магнетрон“ микроэлектроника заводы»,
- ААЙ «УАП „Гидравлика“»,
- ААЙ «УЗЭМИК»,
- БР ДУП «Өфө полиграфкомбинаты».
Социаль сфера
Районда ДКиТ ААЙ «УЗЭМИК», «Железнодорожник» мәҙәниәт йорто, Йәштәр һарайы (элекке «Юбилейный» мәҙәниәт йорто), «Өфө уттары» күңел асыу үҙәге эшләп килә. Бында ике балалар музыка мәктәбе һәм сәнғәт мәктәбе, элекке Пионерҙар һарайы (хәҙер балалар ижады һарайы) бар.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads