Сораман

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сораман — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 291 кеше[1]. Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810006.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

Тарихы

Сораман ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, Ҡарайылға буйында нигеҙ һалған. Абруйлы аҫаба кешеһе Сораман Абдулваһапов тәүге төпләнеүсе була. 1786 йылда ул Ҡаратабын һәм Теләү улусары араһындағы ыҙан сиктәрен билдәләүҙә ҡатнашҡан. Уның улы Ғүмәр Сораманов 1791—1836 йылдарҙа йәшәй[4]. Ауылда 1795 йылда 17 хужалыҡта 116 кеше йәки 66 ир-ат һәм 55 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. Быуат уртаһына, 1866 йылда, халыҡ һаны өс тапҡырға арта, 60-ҡа яҡын йортта — 324 кеше йәшәгән[5].

Ике урында, Аҡбилйылға һәм Арҡайыл йылға буйҙарында июнь-август айҙарында күсенеп йөрөгәндәр. 22 хужалыҡта йәшәгән 275 кешегә 118 ат, 202 һыйыр, 200 һарыҡ, 6 кәзә булған. Шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда барыһына 88 бот ужым һәм 1506 бот яҙғы иген сәселгән. Ғабиҙулла Аҙнабаев йылына 140-ар бот сәскән.

1920 йылда 87 хужалыҡта 444 кеше йәшәй. Сораман Ғәбиҙуллиндың һыу тирмәне эшләгән. Ауылда мәсет булған.

Бөгөнгө көндә ауылда Озёрный урта мәктәбе филиалы — башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[6].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)345
1920 йыл 26 август444
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар454
1959 йыл 15 ғинуар380
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар288
2002 йыл 9 октябрь332
2010 йыл 14 октябрь29115114051,948,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Билдәле шәхестәр

  • Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы (рус. Абдуллин Мухарям Лутфуллович) (1917 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һуғышҡан. Өлкән сержант.
  • Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.01.1948—10.10.2015), телсе-төркиәтсе, ҡурайсы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академяһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1995), филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)[8].
  • Шәрипов Фәиз Вилдан улы (27.02.1979) — ҡурайсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Remove ads

Урамдары

  • Һаҙ урамы (рус. Болотная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Мәктәп урамы урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары
  • Керәкә шишмәһе
  • Мамыҡташ тауы[10]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads