Соҡсон (Пермь крайы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Соҡсон (рус. Суксун) — Пермь крайының көньяҡ-көнсығышында ҡала тибындағы ҡасаба, Соҡсон йылғаһы буйында урынлашҡан. Соҡсон районының административ үҙәге[2], шулай уҡ Соҡсон ҡалаһы ҡала округының административ үҙәге[3]. Рәсәйҙең тарихи ҡалалары исемлегенә ингән булған (2002 йылғы исемлек). Тәүге тапҡыр йылъяҙмаларҙа 1651 йылда яҙылып үткән, 1933 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә. Ҡасаба тарихы Соҡсон заводы менән тығыҙ бәйле, ул 1727 йылдан алып эшләй һәм әле лә оптик-механика заводы булараҡ эшләп килә.
Remove ads
Этимологияһы
Ҡасаба атамаһы Соҡсон йылғаһы исеменән бирелгән. Был атаманың барлыҡҡа килеүе буйынса төрлө версиялар бар. Ғалимадр билдәләүенсә, был атаманың мәғәнәһе «нимәнелер табырға тырышып эҙләнеү, соҡоноу, төпсөнөү» тигәнгә тура килә[4]. Башҡа версия буйынса, башҡорт йәки татар теленән килә һәм һыуыҡ һыу тигәнде аңлата[5].
Географияһы
Соҡсон Пермь крайының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Пермдән 134 саҡрым алыҫлыҡта һәм Свердловск өлкәһе сигенән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ҡасаба Соҡсон (Сылва йылғаһының һул ҡушылдығы) эргәһендә урынлашҡан. Соҡсон заводы төҙөлгәндә, быуа быуыла, уның көнсығыш яры буйлап ҡасаба үҫә, ә ҡапма-ҡаршы яҡта Сылва һыртының битләүе ята, унан ҡасабаға матур күренеш асыла. Завод төҙөлгәс, Соҡсон йылғаһы ике йылғаға бүленә: Суксунчик (быуа һәм тамағы араһында) һәм Сандутка (быуанан өҫкө өлөшө).
Remove ads
Тарихы
1651 йылда тәүге тапҡыр йылъяҙмала иҫкә алына[6].
1723 йылда Берг-коллегия «Невьян камиссары Никита Демидовтан» Соҡсон йылғаһында баҡыр иретеү заводын төҙөүгә ғариза ҡабул итә. Соҡсон баҡырын эшкәртеү 1724 йылда уҡ башлана, ә 1725 йылдың ғинуарында сәнәғәтсе Акинфий Демидов башҡармаһында баҡыр иретеү заводы һалына, ул 1727 йылдың 11 авгусында эшен башлай һәм 1729 йылдың 15 ғинуарынан алып тулы ҡеүәттә эшләй. Завод дәүләт заказы өсөн таҙартылған баҡырҙан башҡа, эске баҙарҙа һатыу өсөн сортлы баҡыр ҙа етештерә[7].
Артабанғы йылдарҙа Соҡсон заводында ҡыңғырау ҡойоу һәм еҙ етештереү өсөн «таш фабрикаһы»; баҡыр һәм еҙҙән һауыт-һаба, көнкүреш һәм сиркәү кәрәк-яраҡтары етештереү фабрикаһы; самауырҙар етештереү фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1841 йылда бында Уралда беренсе «Никита Демидов» исемле тимер корпуслы пароход төҙөлә һәм һыуға сафҡа индерелә.
Һуңыраҡ Соҡсон заводында тимер сүкеш етештереү башлана, 1864 йылға был предприятие өсөн төп производствоға әйләнә. Соҡсонда тау сәнәғәте идаралығының баш контораһы була. Ул Соҡсон, Бымовский, Ашап, Иҫке Уткин һәм башҡа заводтарҙы берләштерә. 1847 йылда Соҡсон заводы дәүләт ҡаҙнаһына һатыла, ә 1848—1893 йылдарҙа йыш ҡына хужаларҙы алмаштырв, шул иҫәптән ике тапҡыр Демидовтар милкенә кире ҡайтарылған.
Крепостнойлыҡ хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң Соҡсонда самауырҙар һәм башҡа баҡырҙан һауыт-һаба етештереү буйынса күп оҫтаханалар барлыҡҡа килә. Иң билдәле оҫтаханалар—Маношин, Панфилов, Шерлаимов, Семковтыҡылар була. Уларҙың эштәре төрлө күргәҙмәләрҙә миҙалдар ала, ә Г. Н. Помыткиндың самауырҙары 1900 йылда Париж ҡалаһында Бөтә донъя күргәҙмәһендә күрһәтелә[8].
1893 йылда Соҡсон заводы Пермь пароходсылары ағай-энеләр Каменскийҙар һатып ала. Был ваҡытта завод күрше райондарҙан килтерелгән суйын эшкәртә. Мәғдәнде ташыуы ауыр булыуы арҡаһында, етештерелгән суйын бик ҡыйбатлы булған. Тимер юлы һалыу мәсьәләһе күтәрелгән, әммә кире хәл ителгән. Шулай итеп тимер етештереү йылдан-йыл кәмеп 1913 йылда туҡтатылған. 1915 йылдан алып 1917 йылға тиклем Соҡсон заводында әрме поход ашханалары өсөн ҡаҙандар етештереү менән шөғөлләнгән.
1927 йылда национализацияланған заводта Ҡыҙыл армияның санитар идаралығы өсөн медицина аппаратураһы— автоклавтар етештереү яйға һалына[9].
1933 йылдың 20 июнендә Соҡсон ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә була[10].
1941 йылдың йәйендә Соҡсон заводының төп профилен үҙгәрткән Витебск күҙлек етештереү фабрикаһы эвакуациялана. СССР-ҙың Халыҡ-ара Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса завод линзалар һәм һаҡлағыс күҙлектәр етештерә башланы. 1956 йылда завод тулыһынса линза һәм күҙлектәр сығарыуға күсә. Шуның менән бәйле ул «Суксунский оптико-механический завод» тип үҙгәртелә. Әлеге ваҡытта завод шәхси һаҡланыу саралары (һаҡлағыс күҙлектәр, каскалар, наушниктар һәм башҡалар) сығара[11].
1969 йылдың 4 июлендә Соҡсонда «Электроприбор» заводы асыла. 1993 йылдан — «Суксунский самовар» акционерҙар йәмғиәте асыла,әммә 2006 йылда килем килтермәү менән бәйле ябыла.
1924 йылдан алып Соҡсон районының административ үҙәге булып тора[12]. Шулай уҡ Соҡсон ҡала округы муниципаль берәмек үҙәге булып тора (2019 йылға тиклем — Соҡсон муниципаль район)[13].
Remove ads
Халыҡ
Экономика
- Соҡсон оптик-механик заводы
- «Ключи» курорты
- «Суксунский хлеб» предприятиеһы
- «Пермэнергосбыт» предприятиеһы
Иҫтәлекле урындары
- Самауыр һәйкәле
- Соҡсон тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы
- Плакун шарлауығы
- Курорт «Ключи»
- Соҡсон быуаһы
- Карст соҡорҙары
- Пётр һәм Павел сиркәүе (1798)[26]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads