Пермь крайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Пермь крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, илдең Европа өлөшөндә урынлашҡан. Волга буйы федераль округы составына инә. Үҙәге — Пермь ҡалаһы.
Крайҙа 32,73 мең башҡорт йәшәй, уларҙың 16,6 меңе Барҙым районында, 8,1 меңе — Пермдә теркәлгән.
Remove ads
Тарих
Ҡарағыҙ: Пермь губернаһы
Төбәк тарихы 1781 йылда ойошторолған Пермь губернаһынан башланғыс ала. 2005 йылдын 1 декабрендә Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округы нигеҙендә край ойошторола. Ике төбәк берләшеүе 2003 йылдын 7 декабрендә үткәрелгән референдумға ярашлы тормошҡа ашырылды.
Билдәле шәхестәре
- Байдин Николай Анатольевич (5.05.1919—7.07.1993), хеҙмәт алдынғыһы. 1946—1959 йылдарҙа Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Уҫы районының Гамица ауылынан.
Дәүләт ҡоролошо
Пермь крайы Уставына ярашлы, төбәктең дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
Пермь крайы Губернаторы — крайы башлығы һәм төбәктең иң юғары вазифалы кешеһе, край Хөкүмәте етәксеһе. Хөкүмәт статусы һәм хоҡуғы Пермь крайы Уставы менән билдәләнгән.
Суд власы
Пермь крайы суд системаһы составында:
- Пермь крайы суды — Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
- Пермь крайы арбитраж суды — Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
- Өлкә Парламенты — Пермь крайының Закондар сығарыу йыйылышы.
География
Сиктәшлек
Климат
Климаты — уртаса континенталь. Ғинуарҙа уртаса температура — −18,5…-15 °С.
Йылғалар


Административ-территориаль бүленеше
Райондар
|
|
|
|
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads