Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе — Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы) эшләүсе мәҙрәсә. Мәҙрәсә бинаһы Совет урамы, 80 йортта урынлашҡан. Тарихи бина 19 быуаттың 2‑се яртыһында төҙөлөп бөтә, архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
Remove ads
Тарихы
Дәүләттеке булмаған дини ини юғары уҡыу йорто 19 быуаттың тәүге яртыһында мосолман сауҙагәрҙәре хәйриә аҡсаһына төҙөлә башлай, Ырымбур мосолман диниә назаратының Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете ҡарамағында була. Уҡытыу-тәрбиә эше менән мәҙрәсә мөҙәрисе, мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. Урта баҫҡыс мәҙрәсәнең өлкән, уртансы кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир-егеттәр ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай ойошторола. Уҡыу мәҙҙәте – 6—11 йыл. Уҡытыу яңы ысул буйынса алып барыла . Уҡыу программаһына ғәрәп теле, ислам нигеҙҙәре, Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәрҙе өйрәнеү, логика (мантыҡ), фикһ, Рәсәй тарихы, урыҫ теле, әҙәбиәт, тәбиғәтте өйрәнеү, арефмитика һ.б. инә. Мәҙрәсәнең 5 сауҙа кибете булған, уны сауҙагәр Г.Мәжитов бүләк иткән.
Remove ads
Мөҙәристәре
- Ш.З.Нагаев
- К.Ш.Нагаев
- Х.Хәбиров
- Г.К.Нагаев.
Әҙәбиәт
- Медресе Южного Урала и Приуралья: история и современность: Хрестоматия / сост. Т. М. Аминов. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2010. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / под ред. А. В. Малашенко. — М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.
- Фархшатов М. Н. Медресе в г. Стерлитамаке.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 391. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Һылтанмалар
- Хөсәйенов Ғ. Б. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads