Сулпан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сулпан (Зөһрә, рус. Венера; символы: ) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе планета. Сулпан, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.
Сулпан күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Сулпан Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар.
Сулпан Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Сулпан ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Сулпандың йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Сулпандың рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Сулпанда углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.
Бик борон Сулпан йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.
Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Сулпан өҫтө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Сулпанда плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.
Сулпанда атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М. В. Ломоносов аса.
Remove ads
Дөйөм мәғлүмәт
Ҡояштан Венераға тиклем яҡынса 108 млн км (0,723 а. е.). Венеранан Ергә тиклем алыҫлыҡ 38-ҙән 261 млн км-ға тиклем үҙгәрә. Венераның орбитаһы түңәрәккә бик яҡын. Ҡояш тирәләй әйләнеү периоды 224,7 ер тәүлегенә тиң; уртаса орбита тиҙлеге — 35 км/с. Орбита ауышлығы эклиптика буйынса 3,4°. Ҙурлығы буйынса был планета ергә яҡын. Радиусы 6051,8 км (ер менән сығыштырғанда 95 %), массаһы — 4,87·1024 кг (ер менән сағыштырғанда 81,5 %), уртаса тығыҙлығы — 5,24 г/см³. Ирекле төшөү тиҙлеге 8,87 м/с², икенсе космос тиҙлеге — 10,36 км/с[3].
Венера ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Уны ерҙең «һеңлеһе» тип тә атайҙар, сөнки ике планета ҙурлығы менән дә, составы менән оҡшаш. Тик планеталағы шарттар ғына ныҡ айырыла. Венерала, ергә оҡшаған планеталар менән сағыштырғанда, атмосера бик тығыҙ. Атмосфера, башлыса, углекислый газдан тора. Планетаның өҫлөгө көкөрт кислотаһынан торған болоттар менән ҡапланған. Болоттан аша планета өҫлөгө күренмәй. Ҡуйы болоттар аҫтындағы планетаның ҡҫлөгө тураһында бәхәстәр XX быуатҡа тиклем дауам итә. Венераның болоттары радиотуоҡындар өсөн үтә күренмәле, был ысул менән планетаның рельефы өйрәнелде[6].

Бик борон заманда Венерала Ерҙәге кеүек океандар булған тип фаразлана. Океандар кибеп, парға әйләнеп осоп бөткән. Улар урынында буш сүллектәр һәм ҡаялар тороп ҡалған. Бер гипотеза буйынса, Венерала магнит ҡыры бик көсһөҙ, шул сәбәпле Ҡояш нуры тәьҫирендә һыу тарҡалып бөткән. Ҡояш еле тарҡалған һыуҙы планета-ара арауыҡҡа таратҡан. Планетаның атмасфераһы хәҙер ҙә водород һәм кислородты 2:1 нисбәтендә юғалта икәне иҫбатланған[7].
Remove ads
Әҙәбиәт
- Короновский Н. Н. Морфология поверхности Венеры // Соросовский образовательный журнал. (рус.)
- Бурба Г. А. Венера: русская транскрипция названий // Лаборатория сравнительной планетологии ГЕОХИ, май 2005 г. (рус.)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads