Сурай (Әлшәй районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сурай (рус. Чураево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 386 кеше[1]. Почта индексы — 452082, ОКАТО коды — 80244840004.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...


Remove ads

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 99 %) тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл335
1920 йыл 26 август625
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар418
1959 йыл 15 ғинуар395
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар354
2002 йыл 9 октябрь442
2010 йыл 14 октябрь38618919749,051,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 16 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡармыш): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шафран): 4 км

Урамдары

  • Дим урамы (рус. улица Демы)
  • Ҡушғәле урамы (рус. улица Кушгали)
  • Сурай урамы (рус. улица Чураево)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[3]

Тарихы

Сурай — Яйыҡ-ҫыбы-мең улусы аҫабалары торамаһы. Тәүге төпләнеүсе Сурай Илкәев 1745 йылда башҡа ауылдарға нигеҙ һалыусы Аҡҡолай Бикташев, Сураҡай Төркәев, Иҙрис Минәшев (Моашаев) менән бергә Моҡша улусы башҡорттарына Аҫау йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн оброк түләү шарты менән бирә. Тәүге төпләнеүсенең улдары һәм ейәндәренең исемдәре билдәле: 1834 йылда 82 йәше тулған Исмәғил Сураев (уның балалары Исхаҡ, Яҡуп, Ғәлиәкбәр); яҫауыл Ислам Сураев, 76 йәш, уның улдары Нурәле, Иҫәнғол, Иҫәнгилде; 66 йәшлек Айсыуаҡ Сураев, уның улдары Ғәлекәй, Күсәрбай, Бикбай. Сурай Ташлы ауылында йәшәгән.

1795 йылда Сурайҙа 47 башҡортто үҙ эсенә алған ни бары 6 йорт булһа, 1834 йылда — 152, 1859 йылда — 266, 1870 йылда — 156, 1917 йылда — 668, 1920 йылда — 625 башҡорт.

1817 йылда 25 йәшлек Бикмөхәмәт Байдәүләтов (улдары Заһиҙулла, Ғөбәйҙулла) Һарытау губернаһының Вольский өйәҙенә күсерелә.

1834 йылда 15 йорттоң 4-һе полигам ғаилә була.

1843 йылда 152 кешегә 560 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 118 йортҡа 852 тиҫтә һөрөлгән ер тура килгән. Шуларҙың 28-һе — 4 дисәтинә, 62-һе — 10 дисәтинә, 16-һы — 15 дисәтинә, 9-ында 15 дисәтинә ере булған. 3 йорттоң сәсеүлеге булмаған[4].

Remove ads

Ер-һыу атамалары

Кинйәбай[5] Киленташ[6]

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • YouTube сайтында Видео Граждандар күҙәтеүе. Сурай ауылы Әлшәй районы. Проблемаларға күҙәтеү. 18 февраль 2018 йыл
  • YouTube сайтында Видео Сусаҡтау

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads