Әлшәй районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район From Wikipedia, the free encyclopedia

Әлшәй районы
Remove ads

Әлшәй районы (рус. Альшеевский район) — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 км².

Ҡыҫҡа факттар Әлшәй районы районы рус. Альшеевский район, Ил ...

Биләмәһенә элекке (2008 йылға тиклемге) өс ҡасаба (Раевка, Аксён, Шафран) һәм 104 ауыл инә. Халҡы 44,2 мең кеше (2010), шул иҫәптән Район үҙәге Раевкала 18,3 мең кеше, Шафранда — 3,1, Аксёнда — 1,2 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 20 кеше. Күпселеге башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар.

Remove ads

Географияһы

Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ята, көньяҡ сите Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, ҡалған өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге буйлап һуҙыла. Дим менән Сәрмәсән аҡҡан уйһыулыҡ Дим-Сәрмәсән дала коридоры тип атала. Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер күберәк. Ландшафт даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шуның 72,5 проценты ҡасандыр һөрөлгән майҙандар. Ерҙәр һыу, һыу менән ел эрозияһы һәм саң бурандарынан боҙола.

Ҙур булмаған (Раевканы иҫәпләмәгәндә) Балҡан, Асҡар, Шафран, Каменка, Аксен, Черниговка нефть ятҡылыҡтары табылған. Төҙөлөш материалдары: эзбизташ (Әүрез, Шафран), ҡыҙыл балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш, Иҙрис), ҡом (Иҫке Сәпәш), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Һарыш) ятҡылыҡтары бар. Дим йылғаһының туғайҙарында торф һаҙлыҡтары байтаҡ. Аксен лесничествоһында, Димдең туғайҙарында дарыу үҫәмлектәр һаҡлау буйынса заказниктар ойошторолған.

Remove ads

Иҡтисады

Әлшәй районы — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы. Нефть ятҡылыҡтарын «Аксаковнефть» НГДУ-һы үҙләштергән. Раевкала шәкәр, йәшелсә консервалау, ҡатнаш аҙыҡ, май заводтары, ит комбинаты, тирмән, ремонт-техник предприятиелары эшләгән. Төҙөлөш материалдары, асфальт-бетон етештереүсе район әһәмиәтендәге предприятиелар булған.

Бөртөклөләрҙән иген үҫтереү хужалығы үҫешкән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Традицион тармаҡтар: ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡысылыҡ, умартасылыҡ.

Remove ads

Транспорт

Районды Силәбе —Өфө — Һамар т. юлы һәм Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ- Миәкә, Раевка — Стәрлетамаҡ автомоб. юлдары киҫеп үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, Аксен ауыл хужалығы техникумы, Раевка һәм Шафран ПУ-лары, 33 дөйөм китапхана, 43 клуб учреждениеһы, 6 дауахана бар, климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы А. П. Чехов исемендәге һәм «Шафран» шифаханалары эшләй.

Урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә «Альшеевские вести» гәзите сыға.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, халыҡ һаны түбәндәгесә тәшкил итәсәк[10]:

  • 2024 — 36,72 мең кеше
  • 2035 — 32,04 мең кеше
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (39,3 %), татарҙар 32,4 % рустар 22,7 %, украиндар 2,5 %, сыуаштар 1,6 %, б-тән милләттәр 1,5 % тәшкил итә[11].

Remove ads

Билдәле шәхестәре

  • Мостафин Дамир Радик улы (18 сентябрь 1959 йыл) — 1993-1996 йылдарҙа Ташлы урта мәктәп директоры, 1996 йылда Ташлы ауыл советы хакимиәте Башлығы, 1998-2001 йылдарҙа — «Союз» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе. 2001 йылда «Ташлы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, 2001-2004 йылдарҙа — Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары. 2004 йылда Әлшәй район Советы секретары, 2004-2005 йылдарҙа — Әлшәй районы хакимиәте башлығы, 2006-2020 йылдарҙа - Әлшәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Remove ads

Сайтта

  • Әлшәй районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында[18]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads