Суханкин Елеферий Исаакович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Суханкин Елеферий Исаакович (16 октябрь 1886 йыл27 июль 1966 йыл) — химик, инженер-технолог. СССР ғалимы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. (1947). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Сталин премияһы лауреаты[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Елеферий Исаакович Суханкин 1886 йылдың 16 октябрендә Грозный өлкәһенең Старогладковская станицаһында тыуа. Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы менән бәйле.

1916 йылда Томск технология институтын тамамлай. 1922—1923 йылдарҙа һәм 1926 йылдан алып “Грознефть” тресында эшләй: үҙәк промысла лабораторияһы химигы, газ буйынса инженер. 1926—1935 йылдарҙа — газ буйынса инженер, баш инженер, «Грознефть» буйынса консультант ;

1935—1939 йылдар —«Ишембайнефть» тресында газ буйынса инженер;

1939—1964 — УфНИИ лабораторияһы мөдире (БашНИПИнефть).

«Ҡатлам шарттарында нефттең физик үҙенсәлектәрен ентекле тикшереүҙең яңы алымдарын уйлап тапҡан өсөн» өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952)

Геология -минералогия фәндәре кандидаты (1947). 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

1968 йылдың 27 июлендә Өфөлә вафат була.

Remove ads

Бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads