Сухарто
Индонезияның хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Суха́рто (индонезия телендәге әйтелеше ), 1991 йылдан шулай уҡ Мөхәммәт Сухарто хажи булараҡ та билдәле (индон. Haji Muhammad Soeharto, Haji Muhammad Suharto, яв. Haji Muhammad Soeharto; 8 июнь 1921 йыл, Кемусук — 27 ғинуар 2008 йыл, Джакарта) — Индонезияның хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1966); 1997 йылда уға махсус булдырылған «Бөйөк генерал» (рус. «Большой генерал»; индон. Jenderal Besar). Индонезияның икенсе президенты — 1966 йылда илдең ул саҡтағы президенты Сукарно указына ярашлы уның исеменән эш итеү хоҡуғы ала, Сукарно отставкаға киткәндән һуң, 1967 йылдан 1968 йылғаса президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы була, президент вазифаһын рәсми нигеҙҙә 1968 йылдан 1998 йылғаса биләй. Шулай уҡ Кабинет Президиумы рәйесе (1966—1967; президент Сукарно бары тик номиналь нигеҙҙә генә хөкүмәт башлығы булып торғанлыҡтан, ғәмәлдә хөкүмәткә тулыһынса Сухарто етәкслек итә), оборона министры (1966—1971), Индонезияның Милли армияһы (Ҡораллы көстәренең) баш командующийы (1968—1973), Индонезияның Ҡоро ер ғәскәрҙәре штабы начальнигы (1965—1967) вазифаларын башҡара. 1974 йылдан 1998 йылға тиклем — илдең сәйәси партияһы «Голкар» блогы рәйесе. 1992 йылдан 1995 йылғаса — Ҡушылмаусанлыҡ хәрәкәтенең генераль секретары.
Remove ads
Исем-шәрифенең үҙенсәлектәре
Ява утрауында йәшәүсе халыҡ вәкилдәренең күпселеге кеүек, Сухартоның беҙ күнеккән кеүек фамилияһы булмай[8], «Сухарто» — уға тыуғандан һуң бирелгән исем. Туранан-тура тәржемә иткәндә — «яҡшы милек, яҡшы мөлкәт»; рус. «хорошее имущество» (яв. Su — яҡшы; рус. хороший һәм яв. Harto — милек, мөлкәт рус. имущество, добро́, йәғни «мөлкәтле»; рус. «богатый»). «Мөхәммәт» рус. «Мухаммед» исемен ул 20-се быуат аҙағында, 1991 йылда Мәккәгә хаж ҡылғандан һуң ҡабул итә һәм был осраҡҡа ҡағылышлы мосолман йолалары нигеҙендә был яңы исеменә «хажи» ҡушылмаһын өҫтәй. Шулай уҡ төп исеме Сухарто ике төрлө яҙылыш менән осрай: индонезия теленең 1970 йылға тиклем ғәмәлдә булған ҡағиҙәләренә ярашлы Soeharto (бында «у» өнө «ое» диграфы аша бирелә) һәм индонезия теленең хәҙерге заман нормалары буйынса Suharto.
Сухарто илгә етәкселек иткән йылдарҙа киң матбуғат сараларында һәм рәсми кимәлдә Индонезияның социаль һәм мәҙәни йолалары нигеҙендә президентҡа ҡарата Пак Ха́рто (индон. Pak Harto) һүҙ бәйләнешен ҡулланыу бигерәк тә популяр була — был ил ағаһы йәшендәге ир-атҡа мөрәжәғәт иткәндә өндәшеү һүҙе йә уның тураһында һөйләгәндә индонезийҙар ғәҙәттә файҙаланған атама. «Pak» һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә — ата, атай (рус. отец, папаша) һәм шәхси исемдең Ява утрауында йәшәүселәр ҡулланған ҡыҫҡартылған формаһынан ғибәрәт. Көнбайыш илдәре матбуғатында һәм Индонезияның үҙендә һирәгерәк Сухарто шулай уҡ Йылмайыусы генерал (рус. Улыбающийся генерал; ингл. Smiling General, индон. Sang Jenderal yang Tersenyum) ҡушаматы менән дә йөрөтәләр[9].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads