Сыртланов Ампир Шәйбәк улы
нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер, йәмәғәтсе From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сыртланов Ампир Шәйбәк улы (4 март 1936 йыл — 29 июнь 2016 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер. 1984 йылдан «Башнефть» производство берекмәһенең баш инженеры—генераль директор урынбаҫары, 1994—2002 йылдарҙа — генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983). КПСС-тың XXVII съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1992), Рәсәйҙең Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Ампир Шәйбәк улы Сыртланов 1936 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Сыртлан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы башҡорто, дворян Сыртлановтар нәҫеленән[3].
1960 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм йүнәлтмә менән «Башнефть» берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығына эшкә ебәрелә. Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген нефть һәм газ сығарыу операторы булып башлай. Сирек быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә идаралыҡтың начальник урынбаҫары-баш инженеры яуаплы вазифаһына тиклем баҫҡыстарҙы үтә[4].
1984 йылда «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм «Башнефть» производство берекмәһенең баш инженеры-начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Remove ads
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
- «Почёт Билдәһе» ордендары (1981)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads