Бөйөк Сәлжүк империяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Бөйөк Сәлжүк империяһы йәки Бөйөк Сәлжүк дәүләте — Сәлжүкиҙәр династияһы башлығында уғыҙ-сәлжүктәрҙең Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәрен яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм 1037 йылдан 1194 йылға ҡәҙәр булған дәүләт.
Remove ads
Тарихы
1038 йылдан 1055 йылға ҡәҙәр сәлжүктәр Хөрәсәнде, Хәрәзмды, Көнбайыш Иранды, Әзербайжанды һәм Ираҡты яулап алалар[6]. Ғәббәсиҙәр хәлифәһе Әл-Ҡайым Биамриллаһ сәлжүк Тогрул бәкте (1038—1063) солтан һәм «Көнсығыш һәм Көнбайыш батшаһы» итеп танырға мәжбүр була. Сәлжүк солтаны хәлифәнең наместнигы тип иҫәпләнә, ә хәлифә үҙе номиналь суверенитет һәм рухи авторитет һаҡлап ҡала. Рей ҡалаһы Тогрул бәк дәүләтенең баш ҡалаһы була.
Алып-Арыҫлан (1063—1072) һәм Малик шаһ I (1072—1092) дәүерендә сәлжүктәр Әрмәнстанды, барлыҡ тиерлек Кесе Азияны, һәм һуңынан — Сүриәне һәм Фәләстинде баҫып алалар. Грузия, Ширван һәм Мәүернаһрҙы яулағандан һуң, уларҙың хакимдары сәлжүк солтандарының вассалдары булып китә. Малик шаһ осоронда Бөйөк Сәлжүк империяһы үҙенең иң ҙур хәрби-сәйәси ҡеүәтенә эйә була[7].
XI быуат аҙағынан Сәлжүк империяһы бөлгөнлөккә төшә башлай. Бының төп сәбәптәре артабанғылар булған: тәүге тәре яуы, бының арҡаһында империя Грузияны, Ширванды, Кесе Азияның яр буйы өлөштәрен, Сүриәнең бер өлөшөн һәм Фәләстинде юғалта; феодаль тарҡаулыҡтың үҫеше һәм вассалдарының бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышы. Тогрул бәк дәүерендә Сәлжүкиҙәр нәҫеле ағзалаларына киң уделдар бүленеп бирелә, ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһылары ысынында айырым солтанлыҡтарға әүреләләр: Керман (1041—1187), Сүриә (1074—1117) һәм Конья (йәғни Рум) (1077—1307) солтанлыҡтары[7].
Солтандар аҡһөйәктәргә һәм яугирҙарға хәрби биләмәләр — иктаны таратҡандар, был солтанға власты үҙ ҡулында тоторға мөмкинлек биргән. XI быуат аҙағына ҡарай аҡһөйәктәргә яңы ерҙәр һәм хәрби табыштар килтергән ҙур яулап алыуҙар тамамлана, был илдәге сәйәси хәлде үҙгәртә. Башта аҡһөйәктәр үҙ биләмәләрен — мираҫ буйынса күскән милеккә, ә райәттәр өҫтөндәге үҙ властарын сикһеҙгә әйләндерергә ынтылған; ҙур ер хужалары ихтилал күтәреп бойондороҡһоҙлоҡ алалар (XII быуаттың 1-се яртыһында Хәрәзм). Был хәлдә солтан иран чиновник аҡһөйәктәрендә терәк эҙләй башлай, әммә был иҫке иран үҙәкләштерелгән сәйәсәт традицияһын тергеҙергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа юлыға[7].
Малик шаһ үлгәндән һуң Бөйөк Сәлжүк империяһы үҙ-ара низағтар менән ҡаплана; солтан тәхете Малик шаһтың бер улынан икенсе улына күсеп торған: Мәхмүт (1092—1094), Баркиярук (1094—1104), Малик шаһ II (1104—1105) һәм Мөхәмәткә (1105—1118) аҡһөйәктәр менән генә түгел, ә исмәғилиттар хәрәкәте менән дә көрәшергә тура килгән. 1118 йылда солтанлыҡ Мөхәмәттең улы — Мәхмүт һәм уның олатаһы — Әхмәт Санжар араһында бүленгән: тәүгеһенә баш ҡалаһы Хамаданда булған Ираҡ солтанлығы (Көнбайыш Иран, Ираҡ һәм Әзербайжан), ә икенсеһенә — баш ҡалаһы Мервта булған Хөрәсән, Хорезм һәм Мәүернаһр эләккән.
Урта Азияға ҡараҡытайҙар баҫып ингәс, Амударъянан көнсығышҡа һәм төньяҡҡа табан урынлашҡан Сәлжүк империяһының барлыҡ өлкәләре яулап алыусыларҙың ҡулына күсә. 1153 йылда Балх ҡалаһы тирәһендә күсмә тормош көткән уғыҙҙар баш күтәрә, уларға ҡаршы сыҡҡан Санжарҙың ғәскәрен тар-мар итеп уғыҙҙар солтандың үҙен әсиргә ала; артабан Балх ихтилалсылары Хөрәсәнде бөлгөнлөккә төшөрә. Хорезм шаһ Тәкәш Ираҡ солтанлығын яулап ала. Тарҡалған Сәлжүк империяһының һуңғы ҡалдығы — Конья солтанлығы XIV быуат башына ҡәҙәр йәшәп килә[7].
Remove ads
Бөйөк Сәлжүктәр
Бөйөк Сәлжүктәр: Тогрул бәк (1038—1063), Алып-Арыҫлан (1063—1072), Малик шаһ I (1072—1092), Мәхмүт (1092—1094), Баркиярук (1094—1104), Малик шаһ II (1104—1105), Мөхәмәмт (1105—1118), Санжар (1118—1157)[8].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads