Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы
ғалим, педагог- методист From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы (13 апрель 1940 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир. Педагогия фәндәре кандидаты. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова 1940 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында тыуған.
Һуғыш алдынан атаһын эш буйынса Ишембай ҡалаһының Смаҡай ҡасабаһына күсерәләр. Ишембай ҡалаһының 14-се (Смаҡай) башланғыс мәктәбен,3-сө башҡорт урта мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) 1957 йылда тамамлай.
1963 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Әхмәр ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1966—1972 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыта.
Remove ads
Ғилми эшмәкәрлеге
1972 йылдан Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре, 2006-2015 йылдарҙа Мәғарифты үҫтереүҙең федераль институтының әйҙәүсе белгесе (Мәскәү).
Милли мәктәптәрҙә рус теле уҡытыу методикаһы, милли мәктәптәр өсөн рус теле дәреслектәре авторы. Һуңғы йылдарҙа сит илдән Рәсәйгә килеүсе иммигранттар өсөн рус теле буйынса уҡыу әсбаптары яҙа. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан өсөн 10 фән кандидаты әҙерләп, фән юлына сығарған. Уның педагогия буйынса ғилми хеҙмәттәре мәғариф өсөн мөһим әсбаптарҙан һанала.
Remove ads
Ғилми хеҙмәттәре
- › Education › Multicultural Education Речевое общение в многоязычной семье. Front Cover. Земфира Гизетдиновна Сахипова. Китап, 1998 — Education — 142 pages.
- Сахипова З. Г. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 1 кл. Издательство «Просвещение».
- Сахипова З. Г., Орлова Т. Н., Бабурин А. В. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 2 кл. Издательство «Просвещение».
- Сахипова З. Г., Орлова Т. Н., Бабурин А. В. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 3 кл. Издательство «Просвещение».
- Сахипова З. Г., Орлова Т. Н., Бабурин А. В. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 4 кл. Издательство «Просвещение».
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
«Күп милләтле Мәскәү» яҙыусылар ойошмаһының рәйесе вазифаһында Земфира Ғизетдин ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереү өсөн бихисап эш башҡара.
Ғаиләһе
Тормош иптәше педагогия фәндәре докторы профессор Нәзир Экба менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙы Зарема Экба- филология фәндәре кандидаты. 1997 йылда «Башҡорт телендә ғәрәп һәм фарсы теленән ингән һүҙҙәр» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған (специальность 10.02.06 «Тюркские языки»). 1997 йылдан башлап, Рәсәй Фәндәр академияһында Урал-алтай телдәре бүлегендә эшләй.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads