Таллий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Таллий (лат. Thallium, Tl) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 81.
Ауыр металдар төркөмөнә ҡарай. Ябай матдә таллий — йомшаҡ, бик ағыулы, көмөшһыу-аҡ төҫ менән көрәнһыу-зәңгәрерәк төҫмөрлө металл.
Remove ads
Символы
Таллий элементының символы — Tl (Таллий тип уҡыла).
Тарихы
Таллийҙы 1861 йылда инглиз ғалимы Уильям Крукс Гарц тау массивтарында урынлашҡан Абберод ҡалаһы янындағы көкөрт кислотаһы заводының ҡурғаш камераларында ҡалған шламды спектраль ысул менән тикшереп аса.
1862 йылда металлик таллий Уильям Крукс һәм француз химигы Клод-Огюст Лами тарафынан да үҙ аллы эҙләнгәндә табыла[5].
Исеменең килеп сығышы
Элемент үҙенең исемен спектрындағы йәшел һыҙаттар айҡанлы ала (бор. юнан. θαλλός — йәш, йәшел тәлгәш[6]).
Remove ads
Тәбиғәттә
Таллий — тарҡау элемент. Сфалерит, цинк, баҡыр һәм тимер колчеданы, калий тоҙо һәм слюдаларҙа була. Таллий — ауыр металл. Уның ете генә минералы билдәле (круксит (Cu, Tl, Ag)2Se, лорандит TlAsS2, врбаит Tl4Hg3Sb2As8S20, гутчинсонит (Pb, Tl)S • Ag2S • 5As2S5, авиценнит Tl2O3), уларҙың барыһы ла бик һирәк осрай. Төп массаһы сульфидтар, иң әүәл — тимер дисульфиды менән бәйле.
Таллий биосферала еңел күсеп йөрөй. Тәбиғи һыуҙан уны күмер, балсыҡ, марганец гидроксиды, һыуы һеңдерә, парға эәйләнгәндә туплана (мәҫәлән, Сиваш күлендә 5·10−8 г/л тиклем). бар. Калий минералдарында (слюда, ялан шпаты), сульфид мәғдәндә: галенит, сфалерит, марказит (0,5-кә тиклем %), киноварҙа туплана.Ҡушылма булараҡ тәбиғи марганец һәм тимер оксидтарында була.[7].
Таллийҙың уртаса йөкмәткеһе (ауырлығы буйынса):
- ер ҡабығында 4,5·10−5 %;
- ультранигеҙ 10−6 % тоҡомдарҙа;
- төп тоҡомдарҙа 2·10−5 %;
- диңгеҙ һыуында 10−9 %.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads