Тана (коммуна)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тана коммунаһы (норв.Tana,с-саамск. Deatnu) Норвегияның төньяғында Финнмарк фюлькаһында урынлашҡан, Финляндия менән сиктәш.
Коммуна территорияһында ике тел рәсми булып тора — норвег (букмола) һәм төньяҡ саам телдәре
Муниципалитет халҡының күпселек өлөшөн саамдар тәшкил итә.
Remove ads
Тарихы
Биләмә тарихи Лапландия өлкәһенә ҡарай.
1864 йылдың 1 ғинуарында Тана муниципалитеты Нессебю муниципалитетынан бүленеп сыға һәм айырым административ берәмек ойоштора, башта ул шулай уҡ хәҙерге Гамвик биләмәһен дә үҙ эсенә индергән була (шул саҡта Лебесбю составынан бүленгән).
1913 йылдың 1 июлендә Тана составынан айырым Гамвик һәм Берлевог муниципалитеттары бүленеп сыға. 1964 йылдың 1 ғинуарына Тана муниципалитетына Полмак муниципалитеты ҡушыла.
Remove ads
Исеме
Тана исемен муниципалитет Тана йылғаһы исеменән ала. Саам телендә Deatnu «оло йылға» тигәнде аңлата, ул норвег теленә «Тана» булараҡ күсә.
1918 йылға тиклем исем «Tanen» тип яҙыла. 1992 йылда муниципалитет Деатну-Тана (Deatnu-Tana) итеп үҙәгртелә[11], әммә 2005 йылда исеме яңынан үҙгәртелә, хәҙер Тана һәм Деатну тиң хоҡуҡлы тип иҫәпләнә[12]
Гербы
Муниципалитеттың гербы XX быуат аҙағында барлыҡҡа килә һәм 1984 йылдың 11 майында раҫлана. Традицион норвег төҫтәрендә өс түбән кәмәләр төшөрөлгән, улар был сик буйҙарында бергә йәшәгән саам, фин һәм норвегтарҙы символлаштыра[13]
Географияһы
Муниципалитет территорияһы Тана йылғаһының түбәнге ағымында, шулай уҡ Тана-фьорд ярҙары буйында урынлашҡан. Тана йылғаһының үрге ағымында унан аша (Лапланд күпере аша) Лапли провинцияһы фин Утсйоки муниципалитетының сиге үтә.
Төп ауылдары Сирма, Полмак, Рустефйелбма, Сейда, Скипагурра, Аустертан һәм Танабру (2008 йылда 254 кеше) йылғаларының ярҙары буйында урынлашҡан. Танабру ауылы муниципалитеттың административ үҙәге булып тора, бында 1948 йылда төҙөлгән күпер исеме менән атлған, унан аша E6 трассаһы үтә.
Тана йылғаһы үҙенең һөмбаш балығы промыслаһы менән билдәле.
Remove ads
Билдәле кешеләре
- Мартин Сканше (Martin Schanche), ралли уҙышсыһы
- Кристин Стейра (Størmer Kristin Steira), саңғысы
Туғандаш ҡалалар
Тер районы[14]
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

