Таттар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Таттар (тат. тат; исемдәрҙең варианттары — Кавказ фарсылары, Кавказ аръяғы фарсылары) — Әзербайжанда һәм Рәсәйҙә (башлыса Дағстандың көньяғында) йәшәгән фарсы этносы. Үҙатама варианттары (төбәккә ҡарап) — тати, парси, даглы, лохиджихон. Иран телдәренең көньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ингән тат телендә һөйләшәләр. Таттар араһында әзербайжан һәм урыҫ телдәре лә таралған. Мәҙәниәте, көнкүреше, дине, йолалары буйынса таттар әзербайжандарҙан айырылмайҙар тиерлек[6].
Remove ads
Диндәре
VII быуат аҙағында Ғәрәп хәлифәлеге таралғандан һуң, таттарҙың ата-бабалары йәшәгән территорияла Ислам киң тарала (тәүҙә тик сөнни йүнәлешле). 1698 йылдан һуң Сәфәүиҙәр Иранында шығыйсылыҡ өҫтөнлөклө дин булараҡ раҫланғас, күпселек таттар шығыйҙар булып китә.
Шуға күрә хәҙерге ваҡытта ислам динен тотоусылар араһында шығый һәм сөнни йүнәлештәре бар.
Сөнни таттар башлыса Әзербайжандың Ҡуба (2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Әзербайжанда таттарҙың иң ҙур йәшәү урыны) һәм Шабран райондарында йәшәй[6]. Шулай уҡ Дағстанда Дәрбәнт ҡалаһынан көнбайыштағы ауылдарҙа төпләнгәндәр[7]. Шулай уҡ таттар Грузияның Гомбори ауылында (Кахетияның Сагареджой муниципалитеты) халыҡтың яҡынса 45%-ын тәшкил итә. Иң мөһим байрамдарҙың береһе — Науруз, шулай уҡ башҡа дөйөм мосолман байрамдары билдәләнә[8].
Remove ads
Этимологияһы
«Тат» — төрки һүҙе, ғәҙәттә ултыраҡ төрки булмаған халыҡты билдәләү өсөн ҡулланыла[9].

Хәҙерге таттарҙың ата-бабалары Кавказ аръяғына Сәсәниҙәр династияһы осоронда күсенгән (б.э. III—VII быуаттары)[10][11].
Антропологик тип
Антропологик яҡтан тат-мосолмандар европеоид расаһы каспий кесе тибы. Бында шулай уҡ әзербайжандар, курдтар, белудждар, ҡумыҡтар, сахурҙар этностары инә.
Дөйөм мәғлүмәттәр

Фарсыларҙың Кавказ аръяғында барлыҡҡа килеүе тураһында тәүге мәғлүмәттәр Әһәмәниҙәрҙең (б. э. т. 558—330 й.) баҫып алыу экспансияһы менән бәйләйҙәр. Был Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия территорияларындағы археологик эҙләнеүҙәр менән раҫлана, һөҙөмтәлә әһәмәни архитектураһы биналары емереклектәре, шулай уҡ ювелир изделиелар һәм һауыт-һаба табыла[12].
Remove ads
Тел
Таттар һөйләшә тат телендә, иран телдәренең көньяҡ-көнбайыш төркөмсәһенә ҡарай. XX быуат аҙағынан тат телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса тырышлыҡтар күрһәтелә. 1990 йылдың 14 декабрендә Әзербайжан ССР-ы юстиция Министрлығы коллегияһында тат телен, тарихын һәм этнографияһын өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Әзербайжпн мәҙәни-ағартыу йәмғиәте раҫлана. Әлифба, дәреслек, автор әҫәрҙәре һәм фольклор өлгөләре баҫылып сыға[13].
Дағстан Республикаһында тат теле рәсми телдәрҙең береһе статусына эйә.
Әзербайжанда тат теле юҡҡа сыға һәм ҡыҫырыҡлана әзербайжан теле.

Remove ads
Яңылышлыҡтар
Таттар һәм таулы йәһүдтәр
Тау йәһүдтәре тел һәм башҡа билдәләре буйынса фарсы телле йәһүдтәр берләшмәһенә ҡарай, айырым төркөмдәре Иран, Афғанстан һәм Урта Азияла (Бохара йәһүдтәре) йәшәй. Үҙҙәрен тау йәһүдтәре «еуди» («иудей») йәки жүүд (ур. фарс. juhud — «йәһүд») тип атай.
1888 йылда И. Ш. Анисимов «Кавказ таулы йәһүдтәре» тигән хеҙмәтендә таулы йәһүдтәрҙең һәм кавказ фарсыларының (таттарҙың) телдәренең яҡынлығын күрһәтеп, таулы йәһүдтәрҙең Иранда уҡ йәһүдилек ҡабул иткән һәм һуңынан Кавказ аръяғына күсеп килгән «иран тат ҡәбиләһе» вәкилдәре булыуы тураһында һығымта яһай.
Был тат һәм таулы йәһүдтәре һүҙҙәренең синонимға әйләнеүенә килтерә.
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Фарсылар
- Талыштар
- Әзербайжандар
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads