Татьяновка (Ишембай районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads


Татьяновка (рус. Татьяновка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 15 кеше[1]. Этҡол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80 231 830 006.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарих

Ғәҙей Арыҫланов һуғышҡа тиклемге Татьяновка тураһында шулай һөйләй. «Татьяновка — эргә-тирәләге ҙур (ике меңдән ашыу ихаталы) урыҫ ауылы, ул, хәҙер аңлауымса, тирә-яҡ ауыл халҡы өсөн ҙур роль уйнаған. Стәрлетамаҡ алыҫ ине — 40 саҡрым, Ишембай әле юҡ ине. Ә бында, ҡалҡыулыҡта төҙөлгән бейек матур сиркәүҙән алыҫ түгел, ҡулдан яһалған әйберҙәр өҫтөнлөк иткән бөтә тауарҙарҙы һатыу, алыу һәм алмаштырыу башҡарыла. Ҡамыт-дуға, арбалар, саналар, дегет, ағас күмере, арҡандар, ҡаҡланған балыҡтар, рулондарҙа ситца, быйма, калош, йорт балаҫтары, юғары стандартлы бойҙай оно, тәмле еҫле ҡаластар, керәндилдәр бәйләме, һыйыр майы, иретелгән майҙар һәм башҡа һөт ризыҡтары — баҙар майҙанында нимә генә һатылмаған! Барыһын да һанап сығырлыҡ түгел.

Баҙар көндәрендә бында һәр яҡтан ағылған кешеләрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Атта, йәйәү, кейенгән, күтәренке, ҡыуаныслы кәйефтә. Таныштар шатланып осрашалар, шаярып һөйләшәләр, бер-береһенә нимәлер һөйләйҙәр. Татьяновка сауҙа үҙәге генә түгел, байрам итеү, яңылыҡтар менән алмашыу урыны ла булған.»[2]

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь157846,753,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек урыҫтар йәшәй (93 %)[3].

Remove ads

Географик урыны

Тәйрүк йылғаһына ҡойоусы Ҡаран йылғаһы ағып үтә.

Алыҫлығы:[4]

Урамдары

Урам исеме[5]:

  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)

Транспорт

ТатьяновкаИшембайҮрге Этҡол автомобиль юлы.

Иҫтәлекле урындары

  • Татьяновка быуаһы, Бүҙәнә йылғаһын Тәйрүк йылғаһына ҡойған ерҙә быуып яһалған. Яҡындағы ауыл исеме менән аталған.

Әҙәбиәт

Видеофильмдарҙа

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads