Ташлы (Ташлы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ташлы (рус. Ташла) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ташлы районының һәм Ташлы ауыл Советыныңадминистратив үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Географияһы

Ауыл өлкәнең көнбайышында, Герасимовка һәм Ташлы йылғаһының ҡушылған урынында, Иртәк йылғаһынан 2 км алыҫлыҡта, Сорочинскиҙан 78 км көньяҡ-көнбайышта, Ырымбур ҡалаһынан көнбайышҡа табан 160 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Төп автомобиль юлдары: Илек — Первомайский һәм Ташлы — Сорочинск[10]

Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһендә аҡҡан, Яйыҡтың уң ҡушылдығы Таналыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Ҡыуандыҡ районында баш ала ла, артабан Башҡортостан буйлап аға башлай.

Ташлы йылғаһы буйында Яңы Сембер ауылы һәм Яңы Ташлы утары урынлашҡан[11]

Remove ads

Этимологияһы

«Ташлы» — таш тигән төрки һүҙҙән -лы ялғауы ҡушып яһалған. Ауыл атамаһын Ташлы йылғаһы исеменән алған[11]

Тарихы

Пугачев болаһы ваҡытында, 1774 йылда, ҡасаба әле булмаған. 1808-1809 йылдарҙа иһә картала 120 ауыл билдәләнгән булған.

XIX быуат аҙағына Ташлы 300 ихатаға тиклем артҡан. Ул Урал казак ғәскәренең Иртәк станицаһы Ташлы ҡасабаһы (Быҙаулыҡ өйәҙе, 1920 йылдан Ырымбур губернаһының Илек өйәҙе) булған. Ул ваҡытҡа казактар ауыл янындағы ерҙәрҙең байтаҡ өлөшөн үҙләштергән, алмағас баҡсалары ултыртҡан, бер нисә быуа, һыу тирмәне эшләгән[10].

Ташлы дәүләттә үткәрелгән бөтә реформаларҙы ла үткән, рәсәй-төрөк, Беренсе донъя һуғыштарын, Февраль һәм Октябрь революцияһын, граждандар һуғышын, фашизмға ҡаршы һуғышты кисергән, емереклектәрҙән сыҡҡан, үҫкән һәм киңәйә барған[12]

Халҡы

Хәҙерге ваҡытта Ташлыла — 68 урам һәм 20 тыҡрыҡ, 2891 хужалыҡ, 7969 кеше йәшәй.

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads