Тимер (Туймазы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Тимер (рус. Тимирово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 125 кеше булған[3]. Ғәфүр ауыл Cоветы составына инә. ОКАТО коды — 80251817003.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Ҡарамалы-Тамаҡ (Тимер) йәки Ҡарамалы-Тимер — аҫаба-башҡорттарҙан, шулай уҡ керҙәш-башҡорттарҙан торған тораҡ пункты. Һуңғылары 1775 һәм 1787 йылдарҙа ҡабул ителгән. Аҫабалар 4 ихатаны тәшкил итә: Тимер Масягутов, Ниғмәтулла Аҡсувашев, Ғәли Әхмәров һәм Шаһиәхмәт Ишмөхәмәтов.

Ауыл исеме гидронимдан (Ҡарамалы тамағы) һәм антропонимдан килеп сыҡҡан. Икенсе исеме туранан-тура поход старшинаһы булып хеҙмәт иткән зауряд-сотник Тимер Масягутов (1765—1831) менән бәйле була. Улдары Абдулла (уның улы Ҡурамша) һәм Ғөбәйҙулла исемлеләр.

Был ауылда 1816 йылда — 11, 1834 йылда — 23, 1850 йылда — 42, 1859 йылда — 50 башҡорт ир-ат йәшәгән. 1870 йылда 24 йорт менән 181 кеше теркәлгән, 1920 йылда 38 ихатала 497 башҡорт булған.

Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1843 йылда 40 башҡортҡа 352 бот ярауай иген сәселә һәм 16 бот картуф ултыртыла.

Ауыл яҙмышы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Туймазынан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан бөгөнгө Тимер ауылы һәм элеккеһе — Туймазы тимер юл вокзалынан 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡаны араһында бер-береһе менән генетик бәйләнеш бар, тип фаразлана[4].

Ауылда тарихы 1880 йылдан башланған мәсет бар. СССР йылдарында бинала иген склады, ҡошсолоҡ фермаһы, клуб урынлаша. 2000 йылда бинала ремонт-тергеҙеү эштәре алып барыла.

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август497
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар322
1959 йыл 15 ғинуар303
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар139
2002 йыл 9 октябрь115
2010 йыл 14 октябрь132

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар (100 %) йәшәй[5].

Remove ads

Географик урыны

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 13 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Дуҫлыҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 13 км.

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Клуб урамы (рус. улица Клубная)
  • Дача тыҡрығы (рус. переулок Дачный)
  • Үҙәк тыҡрығы (рус. переулок Центральный)
  • Яңы урамы (рус. улица Новая)

Экология


Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads