Тимонин Анатолий Николаевич
совет һәм Рәсәй ғалимы (юрист һәм тарихсы) From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тимонин Анатолий Николаевич (14 февраль 1955, Петровский а., Маҡар районы, хәҙер — Ишембай районы) — СССР һәм Рәсәй ғалимы (юрист һәм тарихсы). Юридик фәндәр докторы, профессор (Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы).
Remove ads
Белеме һәм ғилми дәрәжәләре
- Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай (1981).
- 1983—1986 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының юридик факультетында көндөҙгө аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе профессор А. И. Королев). Кандидатлыҡ диссертацияһы: «Боронғо рус дәүләтенең барлыҡҡа килеүе: теория мәсьәләләре» (1987).
- 1997 йылда «Боронғо рус дәүләтенең тарихи генезисы: теория-методология аспекты» тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Remove ads
Төп хеҙмәттәре
30-ҙан ашыу ғилми баҫма авторы, улар араһында 1 монография, 3 уҡыу әсбабы һәм 1 брошюра бар.
- Монографияһы: «Проблемы генезиса Древнерусского государства и права» (Уфа, 1997).
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads