Петровский (Ишембай районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Петровский (рус. Петровское) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 2580 кеше булған[2]. Петровск ауыл Советының административ үҙәге. ОКАТО коды — 80231855001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Петровский ҙур булмаған башҡорт ауылы урынында барлыҡҡа килгән. 1786 йылда Мурзин Пармен Васильевич ерҙе буласаҡ ауылға Кошелев Иван Афанасьевичҡа һата. 1791 йылда ул уны бында үҙенең крәҫтиәндәрен алып килгән алпауыт Киндяков Василий Афанасьевичҡа һата. Башҡорт халҡына был урындарҙы ҡалдырып китергә тура килә һәм улар яҡындағы Маҡар һәм Ҡолғона ауылдарына юллана. Шулай итеп, Белорет трактында бай усадьбаһы булған «Киндяково» ауылы (Почта урамы) барлыҡҡа килгән. Элек ауыл 'Екатериновка' исемле булған. 1811 йылда Киндяково ауылы уның улы Петер Киндяковтың милкендә иҫәпләнә. 1826 йылда Изге Петр һәм Павел хөрмәтенә сиркәү төҙөлә, Киндяково «Петровский» ауылы тип атала башлай.

1834 йылда, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, «һигеҙенсе ревизия» буйынса, ауылдың алпауыты Пашкова (Киндякова) Елизавета Петровна (1805—1854), Петр Киндяковтың ҡыҙы тип күрһәтелгән[3].

Революцияға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙенең Петровский улусы үҙәге.

Ауыл Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы Юрматы кантонының үҙәге була.

[1935] йылда тауышлы киноһы менән киноклуб асыла.

1936 йылда ауылда беренсе трактор барлыҡҡа килә. Ошондай трактор ауылдан Маҡар яғына сыҡҡан урында постаментта ҡуйылған. 1865 йылда (икенсе сығанаҡтар буйынса — 1862 йылда) өс класлы сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 1908 йылда башланғыс мәктәп асыла.

1912 йылда Почта һәм дауахана эшләй башлай. 1931 йылдың көҙөндә мәктәп ете йыллыҡ белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1973 йылда ҡаҙ һәм өйрәктәр үрсетеү өсөн быуа булдырыла. 1975 йылда яңы ауыл Советы бинаһы төҙөлә, уның икенсе ҡатында ауыл китапханаһы урынлаша. 1981 йылда яңы интернат, «Теремок» балалар баҡсаһы, амбулатория биналары сафҡа инә. 1984 йылда яңы Мәҙәниәт Йорто төҙөлә. 2007 йылдың декабрендә Ленин урамында төҙөлгән яңы мәсетте асыу тантанаһы үтә. 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға яңы монумент асыла[4]..

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь25801239134148,052,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Маҡар, Көҙән ауылдары менән автомобиль юлы бәйләй.

Алыҫлығы:[5]

Урамдары

Урам исеме[6]:

  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Ветерандар урамы (рус. улица Ветеранов)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Кооператив урамы (рус. улица Кооперативная)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
  • Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • Монтажниктар урамы (рус. улица Монтажников)
  • Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
  • Беренсе Май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Почта урамы (рус. улица Почтовая)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Блюхер урамы (рус. улица Блюхера)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Киндяков урамы (рус. улица Киндякова)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Муса Гәрәев урамы (рус. улица Мусы Гареева)
  • Тау буйы урамы (рус. улица Нагорная)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)


Remove ads

Билдәле шәхестәре

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы 1940 йылдың 19 апрель Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Петровский ауылында тыуған.

  • Тимерғәлин Илдар Сәғит улы (1960—8.02.2022), дәүләт, ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2001—2014 йылдарҙа «Башсельхозтехника» предприятиеһының генераль директоры, 2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.


Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads