Тимошенко Семён Константинович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тимошенко Семен Константинович (укр. Семен Костянтинович Тимошенко; 6 (18) февраль 1895 йыл — 31 март 1970 йыл, Мәскәү, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы маршалы (1940), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1940, 1965). «Еңеү» ордены (1945) кавалеры. СССР-ҙың Оборона халыҡ комиссары (май 1940 йыл — июль 1941 йыл). СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы(1938—1940). ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы (1939—1952). Украинаның Коммунистар Партияһы(б) Үҙәк комитеты ағзаһы (1938—1940), Украина ССР-ы Юғары Советының 1-се саҡырылыш депутаты (1938—1947). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1952—1970).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иң компетентлы полководец тип һанала һәм Мәскәүҙә 1941 йылдың 23 июненән 19 июленә тиклем Баш командование ставкаһы рәйесе була[5]. Хәрби тарихы буйынса белгес А. В. Исаев[6], бер нисә уңышһыҙлығына ҡарамаҫтан, Тимошенко, Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙа ун бөйөк полководецтың береһе була, тип иҫәпләй.
Remove ads
Иртә йылдары
1895 йылдың 6 (18) февралендә ауыл Бессарабия губернаһының Аккерман өйәҙендә Орман ауылында (хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Килийк районы Фурмановка ауылы) Константин Гаврилович Тимошенконың (1925 йылда вафат була) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Украин[7]. Батраклыҡта йөрөй.
Ауыл мәктәбен тамамлай. 1914 йылдың декабрендә армияға саҡырыла. 1915 йылда полк һәм өлгөлө пулемет мәктәбен тамамлап, вахмистр чинын ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көнбайыш фронтта 4-се кавалерия дивизияһы составында пулеметсы була. Ҡыйыулығы өсөн өс дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнә[8]. Офицерға һуҡҡаны өсөн ҡулға алына һәм судҡа бирелә. Һуғышты подпрапорщик чинында тамамлай.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads