Тиреғанаттар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ярғанаттар менән бутамаҫҡа.
Тиреғанаттар[1] (рус. Шерстокрылы), йәғни кагуандар[2] (лат. Dermoptera) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла осраған ағас плацентар һөтимәрҙәр отряды. Хәҙерге ваҡытта ни бары ике төр иҫәпләнә: малай тиреғанаты һәм филиппин тиреғанаты. Малаккала, Зонд һәм Филиппин утрауҙарындағы урмандарҙа йәшәй.
Ерҙә тиреғанаттар әкрен хәрәкәт итә. Планер һымаҡ осоуға яраҡлашҡандар, әммә әүҙем оса алмайҙар. Һикергәндә планер һымаҡ осоу алыҫлығы 140 метрға етә. Тиреғанаттар бөтә аяҡ-ҡулдарын, ҡойроғон һәм муйынын тоташтырған тығыҙ һәм йөнтәҫ тиреһе ярҙамында планер һымаҡ оса. Тире ярыһы алғы һәм артҡы аяҡтары араһында муйындан, ҡолаҡ артынан, кәүҙәһенең ян-яҡтарынан башлап ҡойроҡ осонда тамамланғанға тиклем һуҙылған.
Тиреғанаттың кәүҙә оҙонлоғо 36—43 см, ауырлығы 2 килограмға тиклем тәшкил итә. Башы бәләкәй, ҙур күҙле — улар бинокуляр күреү өсөн бик яҡшы яраҡлашҡан. Яланғас табандарында ҡыҫҡыс дискылар барлыҡҡа килтереүсе яҫы майҙансыҡтар бар. Һырҙар яҫы, ситкеләре тараҡ рәүешендә.
Тиреғанаттар ағастарҙың япраҡтары һәм емештәре менән туҡлана.
Remove ads
Классификацияһы
Хәҙерге ваҡытта дөйөм ҡабул ителгән классификацияға ярашлы, тиреғанаттар Dermoptera үҙ аллы отрядына инедерелгән, ул приматтар менән бергә Primatomorpha монофилет төркөмөнә инә[3].
- Euarchontoglires
- Кимереүселәр һымаҡтар (Glires)
- Кимереүселәр (Rodentia)
- Ҡуян һымаҡтар (Lagomorpha)
- Эуархонттар (Euarchonta)
- Тупайҙар (Scandentia)
- Приматоморфтар (Primatomorpha)
- Тиреғанаттар (Dermoptera)
- Приматтар (Primates)
- Plesiadapiformes
- Еүешморондар (Strepsirhini)
- Ҡороморондар (Haplorhini)
- Кимереүселәр һымаҡтар (Glires)
Тиреғанаттар отрядында 2 хәҙерге заман төрө[4] һәм 5 ҡаҙылма ырыуҙар[5]:
- Dermoptera отряды — Тиреғанаттар
- † Dermotherium ырыуы
- † Dermotherium chimaera
- † Dermotherium major
- † Elpidophorus ырыуы
- † Elpidophorus elegans
- † Elpidophorus minor
- † Plagiomene ырыуы
- † Plagiomene accola
- † Plagiomene multicuspis
- † Plagiomene zalmouti
- † Planetetherium ырыуы
- † Planetetherium mirabile
- † Worlandia ырыуы
- † Worlandia inusitata
- Cynocephalidae ғаиләһе — Тиреғанаттар[6]
- Cynocephalus — Тиреғанаттар ырыуы
- Cynocephalus volans — Филиппин тиреғанаты, йәки кагуан
- Galeopterus — Малай тиреғанаттары ырыуы
- Galeopterus variegates — Малай тиреғанаты
- Cynocephalus — Тиреғанаттар ырыуы
- † Dermotherium ырыуы
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads