Малакка ярымутрауы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мала́кка (тай. แหลมมลายู, мал. Tanah Melayu, бирм. မလေး ကျွန်းဆွယ်, шулай уҡ Малай ярымутрауы (тай. คาบสมุทรมลายู, мал. Semenanjung Tanah Melayu)) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ярымутрау. Һинд-Ҡытай ярымутрауының көньяҡ осо булып тора. Көнбайышта Андаман диңгеҙе һәм Малакка боғаҙы, көнсығышта — Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе һәм Сиам ҡултығы менән уратып алынған.
Көньяҡтан төньяҡҡа табан оҙонлоғо яҡынса 1300 км, майҙаны яҡынса 190 мең км². Төньяҡ сиге — Кра муйыны (иң бәләкәй киңлеге — 44 км).
Сәйәси рәүештә Мьянма, Таиланд һәм Малайзия менән бүленгән. Ярымутрауҙан көньяҡтараҡ Сингапур, ә Малакка боғаҙы аша Индонезияның Суматра утрауы урынлашҡан.
Иң эре ҡалалары — Куала-Лумпур һәм Ипох (Малайзия)[1].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads