Тирәкле (Архангел районы)
Рәсәйҙең Башҡоростан Республикаһы Архангел районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тирәкле (рус. Тереклы) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 602 кеше булған[3]. Почта индексы — 453039, ОКАТО коды — 80203816006.
Remove ads
Халыҡ һаны
1906—698, 1920—866, 1939—1084, 1959—748, 1989—599, 2002—577, 2010—520 кеше йәшәгән[4].
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 96 % тәшкил итә[5].
Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
577 | 602 | +25 | +4,33 |
Географик урыны
Тарихы
Баҫыу йылғаһы буйында Тирәкле — ҡумрыҡ-табындарҙың иң ҙур төп ауылы. Исеменең сығышы — Тирәкленән (йәғни тирәк үҫкән урын — күк тирәк — тирәк төрө).
«Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса материалдар»ҙа 15 тапҡыр ауылдың исеме осрай.
1795 йылда ауылда 353 кеше һәм 50 йорт иҫәпләнгән, 1859 йылда — 492 кеше һәм 81 йорт, 1896 йылда — 562 кеше һәм 105 йорт.
Мәсет эргәһендә мәктәп эшләй.
Ауыл халҡы — малсылар. 1839 йылда 508 кешегә (76 йорт) 280 ат, 105 һыйыр, 25 һарыҡ һәм 30 кәзә тура килә. Дүрт йылдан һуң 48 бот ужым һәм 200 бот яҙғы иген сәселгән. XIX быуат аҙағында икмәк магазины эшләй башлай. Умартасылыҡ хужалыҡта һиҙелерлек урын биләгән: 300 умарта һәм 15 солоҡ. Бынан тыш, ауыл халҡы мәғдәнде Архангел заводына, шулай уҡ Өфөгә поташ ташыған.
Ауылда 2 бакалея кибете булған[6].
Билдәле шәхестәре
- Мораҙым Абдрахманов, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Ҡумрыҡ-Табын улусы башҡорто.
- Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3.01.1946), радио һәм телевидение дикторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Фәтих Иҡсанов (1.09.1935—19.10.1992), актёр, режиссёр. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Йәдкәр» фольклор төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986)[7].
- Хәбиров Илсур — Башҡортостандың халыҡ артисы[8]
Remove ads
Матбуғатта
- Инйәр. 20 декабрь 2021 йыл, Тирәклелә — ҙур байрам[9]
Видеофильмдар
- Тирәкле, Архангел районы. 11 февраль 2016йылYouTube сайтында Видео
- Тирәкле. 8 август 2021 йылYouTube сайтында Видео
- Архангел районы Тирәкле ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 2020 йылда онлайн-сығарылышYouTube сайтында Видео
- Германиянан ирле-ҡатынлы Башҡортостанда ранчо төҙөй. 28 октябрь 2020 йылYouTube сайтында Видео
- Тирәкле. 28 август 2021 йылYouTube сайтында Видео
Сайтта
- Архангел районының Тирәкле ауылында мәсет төҙөләсәк. 14 ноябрь 2012 йыл[10]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads