Торжок
Рәсәй ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Торжок — Рәсәйҙең Тверь өлкәһендәге ҡала. Торжок районының административ үҙәге, өлкә әһәмиәтендәге ҡала, шул уҡ исемдәге Торжок ҡалаһы ҡала округы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтерә[2].
Тверца йылғаһы буйында урынлашҡан. Уға X—XI быуаттарҙа нигеҙ һалынған.
Рустең көньяҡ райондарынан Новгород менән Петербургҡа табан үткән эре сауҙа юлдарының береһе. XV быуат урталарына тиклем — Новгород республикаһының сик буйы ҡалаһы
Ҡалала XVII—XIX быуаттарҙағы архитектура ҡомартҡыларын һаҡлана: шул иҫәптән торлаҡ, ғибәҙәтханалар, Борисоглебский һәм Воскресенский монастырҙары. Полиграфия сәнәғәте һәм янғын һүндереү техникаһын етештереү үҫешкән. Халыҡ һаны — 45 641 кеше (2018 йылғы мәғлүмәттәр буйынса).
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Дадай Сергей Иеронимович (27.09.1914—1988), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1980 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының 5-се һәм 6-сы төҙөлөш идаралыҡтары начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1975). Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1966) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры. Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1987)[3].
Remove ads
Географияһы
- Географик урыны
Торжок рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Валдай ҡалҡыулығы итәгендә, Волганың һул ҡушылдығы булған Тверца йылғаһының ике ярына урынлашҡан. Ҡала майҙаны — 58,8 кв. километр. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 165 м[4].
Торжоктан көньяҡ-көнсығышҡа табан 64 саҡрымда Тверь ҡалаһы ята[5], ә 239 километрҙа — Мәскәү[6]. Ҡала янынан ғына «Рәсәй» автомобиль юлы үтә, ул ҡаланы Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бәйләй. «Торжок» тимер юл станцияһынан Ржев, Лихославль һәм Соблаго ҡалаларына аоездар йөрөй.
Ҡаланы Тверца йылғаһы ике өлөшкә бүлә, йылға тверца йылға аша өс күпер һалынған, уларҙың береһе — йәйәүлеләр өсөн. Шартлы рәүештә ҡала түбәндәге райондарға бүленә:
- Ленинград шоссеһы
- Калинин шоссеһы
- Үҙәк (һул һәм уң яҡ яр)
- Марс
- Көньяҡ
- Митино
- Химик
- Луначарка
- Володарка
- Климаты
Remove ads
Тарихы
Торжок — Рәсәйҙәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе[7]. Уның барлыҡҡа килеүенең аныҡ ҡына датаһы билдәле түгел. X—XI быуаттарҙа Новгород сауҙагәрҙәре ҡалаға нигеҙ һалған тип иҫәпләнелә. Археологик ҡаҙыныу эштәре лә быны раҫлай[8]. Торжок тураһындағы беренсе яҙма 1139 йылғы Новгород йылъяҙмаһында табыла[9]. Был йылъяҙма ҡаланы Суздаль кенәзе Юрий Долгорукийҙың баҫып алыуы тураһында бәйән итә:
![]() |
Въ лѣто 6647. ...и разгнѣвася Гюрги, идя опять Суждалю, възя Новыи търгъ. | ![]() |
Атамаһының килеп сығышы
Ҡала атамаһының килеп сығышы «торг» һүҙе менән бәйле. Борон бында күрше кенәзлектәр һәм башҡа дәүләттәрҙең сауҙагәрҙәре сауҙа ойошторор булған. XII быуаттан алып йылъяҙмаларҙа «Яңы Торг» һәм «Торжок» атамалары осрай. Һуңғы атама халыҡ телендә нығына һәм рәсми атамаһы булып ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге топонимикала «торжокский» сифаты менән бер рәттән «новоторжский» варианты ла ҡулланыла, ә ҡала халҡы «новоторҙар» тип атала[10].
Халҡы
Иҫтәлекле урындары

Туғанлашҡан ҡалалар
Һынлы сәнғәттә Торжок
- К. Горбатов Торжок. 1915
- К. Юон Торжок. 1914
- К. Юон Торжок. Тверь губернаһы. 1914
- А. Олеария Торжок. 17 быуат урталарында
Фотогалерея
- Торжок, Күтәрелеү ағас сиркәү (икона Әсә Тихвин Божья)
- Күпер аша йәйәүлеләргә Тверца
- Раббының иерусалимға инеүе сиркәү (һулдан) һәм спас-преображенск соборы
- Анна Керн символик ауыл ҡәбер Прутень
- Мөйөштәрҙәге Спас монастыры сиркәүҙәре иваново
- Был төр Михайло-Архангел ҡорамында манараһы менән мөйөштәрҙәге спас сиркәүе
- Василевый, часовня знаменская
- Юл Һарайында бер боронғо фотолар
- Георгий Победоносец Сиркәүендә
- Йәйәүлеләр күпере менән панорамаһы
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads