Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһы (Троицк татар-башҡорт педагогия техникумы) — 1920—1960 йылдарҙа Троицк ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йорто.

Тарихы

1920 йылда Троицк ҡалаһында татар-башҡорт педагогия техникумы булараҡ асыла. Ул элекке «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенең бинаһында урынлаша.

1930-сы йылдар уртаһында Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһы тип үҙгәртелә. Ошо уҡ бинала Троицк мәктәпкәсә педагогия училишеһы урынлашҡан[1].

1953/54 уҡыу йылында училищеның көндөҙгө бүлегенең 9 төркөмөндә 242 кеше белем алған. Тағы ла 49 студент ситтән тороп уҡыу бүлегендә (шул иҫәптән 6 кеше урта мәктәп нигеҙендәге айырым төркөмдә) уҡыған. Был осорҙа 25 уҡытыусы эшләгән, шуларҙың 14-е — юғары, 4-еһе — тамамланмаған юғары һәм 7-һе урта белемгә эйә булған. Бынан тыш икеһе «атҡаҙанған уҡытыусы» маҡтаулы исемен йөрөткән[1].

Дәрестәр 9 кабинетта алып барылған, бынан башҡа уҡытыусылар бүлмәһе һәм физик культура залы булған. Шулай уҡ уҡыу корпусының 6 бүлмәһе ятаҡ өсөн файҙаланылған, ятаҡ өсөн 72 кеше иҫәпләнгән айырым бина ла булған. 1955/56 уҡыу йылында ике ятаҡта 160 студент йәшәгән. Был осорҙа училище ҡарамағындағы китапханала 15644 дана китап булған[1].

1953/54 уҡыу йылынының башында училищела 30 кешегә иҫәпләнгән уҡыу оҫтаханаһы төҙөлгән[1].

Ситтән тороп уҡыу бүлегендә Силәбе өлкәһе һәм Башҡорт АССР-ының район һәм ҡалалары милли мәктәптәренең уҡытыусылары, тәрбиәселәре, пионервожатыйҙары белем алғандар. Был бүлектә уҡыусыларҙың һаны кәмеү сәбәбе менән ул 1955 йылдың 1 февралендә ябыла[1].

1956 йылда училище икенсе бинаға күсерелә, ә 1960 йылда ябыла.


Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads