Троицк (Силәбе өлкәһе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Троицк — Рәсәйҙәге ҡала (1743), Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 28 октябрендәге «Троицк ҡала округы статусы һәм уның сиктәре тураһында» законына ярашлы Троицк ҡалаһы муниципаль берәмек булып һанала һәм уға ҡала округы статусы бирелә.
Remove ads
Тарихы


1743 йылдың 19 июнендә Ырымбур крайының наместнигы Неплюев Иван Иванович тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, Уйыл йылғаһы Уй йылғаһына ҡойған урында, хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән туғыҙ ҡәлғә иҫәбенә инеп, Уй сик һыҙығының үҙәге булған[3]. Ҡәлғә Азиянан Европаға барған төп ҡаруан юлында урынлаша. Троицк ҡәлғәһенә тәүҙә башҡа ҡалаларҙан дворян һәм казактар күсерелә. Гарнизонда 739 һалдат һәм офицер хеҙмәт иткән. 1771 йылда ҡәлғәлә 1680-дән ашыу кеше, 317 йорт иҫәпләнгән. Ҡәлғәнең ҡаршыһында, Уй йылғаһының уң ярында, 1745 йылда алыш-биреш йорто (меновой двор) булдырыла, ул 1915 йылға тиклем ғәмәлдә була (1749 йылда — ағастан, 1822 йылда таштан эшләнә), сик буйы таможняһы Ырымбур таможня округы бөтөрөлгәндән һуң ябыла. Императрица Елизавета Петровнаның указы буйынса (1749 йылдың ноябрендә) Троицкиҙа артабан йыл һайын, майҙан октябргә тиклем, алыш-биреш йортонда йәрминкә ойошторола, йәрминкәнең әйләнеше ҡырҡа арта бара һәм йылына 2,5 миллион һумға етә.
Ҡәлғә халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, сауҙа (башлыса Урал аръяғы башҡорттары һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтары килтергән йылҡы менән) иткән. XVIII быуат уртаһында Троицк ҡәлғәһе Ҡаҙағстан, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары менән тышҡы сауҙа урынына әүерелгән.
Пугачев ихтилалы ваҡытында Емельян Пугачев тарафынан 1774 йылдың май айында ҡәлғә яулап алына. Пугачев ҡәлғәлә оҙаҡҡа ҡалмай, саҡрым ярым алыҫлыҡтағы тауҙа урынлаша (әлеге тау хәҙер уның исемен йөрөтә), әммә иртәгәһенә уның ғәскәрен полковник Деколонг ҡыйрата[4].
1784 йылда Екатерина II указы буйынса Троицк ҡәлғәһе өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Өфө наместниклығы ҡарамағына тапшырыла. 1804 йылдан — Ырымбур губернаһы составында.
Троицк Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булып китә: сиркәү-мәхәллә мәктәптәре, башланғыс мәктәп, өйәҙ училищеһы (1830), мәхәллә училищеһы (1839), ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (1861), ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) балалары өсөн училище (1861) асыла. 1870 йылда ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы прогимназияға әүерелә. 1873 йылдың сентябрендә ҡалала ирҙәр классик гимназияһы асыла. Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була. Атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе асыла (1884), мәҙрәсәгә билдәле башҡорт дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме бирелә[5]. 1879 йылда Ырымбур губернаһында тәүге китапхана асыла.
1889 йылда 14 меңлек ҡала халҡына 8 православие сиркәүе, 4 мәсет, 1 синагога тура килә. Троицк ҡалаһының халҡы электән уҡ күп милләтле була.
1897 йылда ҡаланың 36,2 процентын (8430) мосолмандар тәшкил итә. 1897 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы: татарҙар — 7344 кеше (87,1 %), башҡорттар — 625 кеше (7,4 %), ҡаҙаҡтар — 410 кеше (4,9 %), үзбәктәр — 33 кеше (0,4 %), черкестар — 6 кеше (0,07 %), башҡалар — 12 кеше (0,13 %) иҫәпләнә[6]. Граждандар һуғышы осоронда ҡала ҡулдан ҡулға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Троицкиға бер нисә сәнәғәт предприятиелһы эвакуациялана.
1920—1960 йылдарҙа ҡалала Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһы (техникумы) эшләгән. [[Файл:Troitsk_hotel.jpg|мини|250x250пкс|[http://hotel-c.ru/%7C(недоступная+ссылка) «Үҙәк» ҡунаҡханаһы (икенсе исеме «Башкировтар»)]]
Remove ads
Дин

- Изге Троица соборы (Уйск)
- Дмитрий Солунский сиркәүе
- Александр Невский сиркәүе (Амур)
- Ильин сиркәүе
- Ҡаҙан-Богородица ҡатын-ҡыҙҙар монастырының сиркәүе
- Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет
- Ғатаулла мулла мәсете
- Зәйнулла Рәсүлев ҡәбере[7]
- 2018—2019 йылдарҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тергеҙеү күҙаллана[8]
Билдәле шәхестәре
- Ҡалала башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы Мәжит Ғафури, татар шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Туҡай йәшәгән.
- Завьялова Нина Алексеевна (29.07.1924), ғалим-офтальмолог, 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 2011 йылға тиклем Өфөләге хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника табибы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978)[9].
- Фенина Эвелина Павловна (10.11.1929—28.06.2014), сәнғәт ғилеме белгесе. 1976—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)[10].
- Черняков Иосиф Михайлович (7.04.1929), инженер-төҙөүсе. 1954—2000 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан 2-се төҙөлөш идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР‑ының (1979) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971)[11].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads