Тршинец

From Wikipedia, the free encyclopedia

Тршинецmap
Remove ads

Тршинец (чех Třinec, пол. Trzyniec) — статутлы ҡала . Чехияның Моравия-Силезия крайында, Олше йылғаһы буйында, илдең көнсығышында Польша менән сиктәш урынлашҡан. Тршинец ҡалаһының халҡы 38 953 кеше (2001 йыл мәғлүмәттәре буйынса), шуларҙың 17,7 % — поляктар[8].

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Тарих

Тршинец ауылы XIV быуатта барлыҡҡа килгән. Документтарҙа 1444 йылда тәү башлап телгә алына. Ул ваҡытта халыҡтың күпселеге ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән, районда эзбизташ, тимер мәғдәне һәм балсыҡтың бай ятҡылыҡтары табыла. 1836 йылда металл эшкәртеү мейестәре төҙөлә башлаған, 1839 йылда Тешин өлкәһендә тәүге ҙур металлургия заводы эшләй башлай.

1851 йылда Тршинец эшселәре инициативаһы менән беренсе мәктәп асыла. 1871 йылда Тршинецта тимер юлы төҙөлөү ҡаланың артабанғы үҫешенә этәргес бирә. Тешин өлкәһе бүленгәндән һуң, 1920 йылда Тршинец Чехословакия составына инә. 1931 йылда Тршинец ҡала статусын ала.

1938 йылдың октябрендә ҡалалар Тешин өлкәһе менән бергә Польша тарафынан тартып алынала, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡала нацистар Германияһына ҡарай. Һуғыш тамамланғандан һуң, ҡала һәм уның тирә-яғындағы ауылдар Чехословакияға кире ҡайтарыла һәм уның составына индерелә.

Remove ads

Иҡтисад

Тршинец — мөһим ҡара металлургия үҙәге. Тршинец металлургия заводы (чех Třinecké železárny) Чехияның иң эре предприятиеларының береһе булып тора. Транспорт үҙәге.

Мәҙәниәт

Тршинец — Чехиялағы поляк диаспораһының мәҙәни үҙәге.

Туғанлашҡан ҡалалар

Билдәле кешеләр

  • Соня Пертлова (1988—2011), шахматсы.
  • Farna Ewa — поляк-чех поп-рок йырсыһы
  • Томаш Клус, чех поп-йырсыһы, актёр һәм гитарасы

Һылтанмалар

Официальный сайт

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads